Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Май 2025, 16:45

Ел сәсһәң—дауыл урырһың

Йылдан-йыл кеше тупаҫ һәм агрессив була бара. Тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ, йәғни балаларыбыҙ шундай булып үҫә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, әгәр элек 11-13 йәштәгеләр шау-шыу тыуҙырһа, хәҙер 5 йәшлек балалар ҙа, хатта бер йәшлек сабыйҙар ҙа тауыш ҡуптара. Ни өсөн шулай? Психологтар, табиптар ниндәй фекерҙә?

Яңғыҙҙар һәм һөйөүгә мохтаждар
Медицина фәндәре докторы Татьяна Батышева билдәләүенсә, ғөмүмән ғаилә институтында көрсөк бара: айырылыусылар һаны арта, тулы булмаған ғаиләләр бик күп һәм был бала характерында сағылыш тапмай ҡалмай. Мәҫәлән, 2023 йылда Рәсәйҙә 5 миллионға яҡын яңғыҙ әсә иҫәпләнһә, яңғыҙ атайҙар һаны 1 миллиондан артҡан. Тыуған сабыйҙарҙың 22 процентының ата-әсәһе ЗАГС-та теркәлмәгән.
«Теләп табылмаған балаларҙа агрессия көслөрәк. Мәҫәлән, егет менән ҡыҙ дуҫлаша. Ҡыҙ ауырға ҡалғас, егет ғаилә ҡорорға теләмәй икән, буласаҡ әсәлә стресс башлана. Бала ҡарында уҡ үҙенең «артыҡ йән» икәнен һиҙә. Был, әлбиттә, бала характерында сағылыш табасаҡ»,—тип белдерә Татьяна Батышева.
Уның фекере менән килешергә буламылыр-юҡмылыр, әммә үҙенә ҡарата һөйөү тоймаған, үҙен бер кемгә лә кәрәк тип тапмаған балалар, ысынлап та, тупаҫ. Улар, бәлки, эргәһендәгеләргә ғәйеп тә ташламайҙыр, әммә үҙҙәрен артыҡ тип иҫәпләйҙәр, хатта ғүмерҙәрен ҡыйып та маташалар.


«Ҡыҙыу» темп
Тормош темпы артты. Ниндәйҙер «ваҡыт етмәгән» дәүерҙә йәшәйбеҙ.
Бер ҡараһаң, йәшәү сифаты күтәрелеп, тормош еңелләшә барған һымаҡ.
Кер йыуыу машинаһы бар, мультиварка эшләй, саң һурҙырғыс үҙе өйҙө таҙалай... Әммә балаға ваҡыт тапмайбыҙ. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа кеше ваҡыт еткерә алмай, шуға ла мегаполистарҙа тәртипһеҙлек тә көслөрәк. Ғөмүмән, «ҡыҙыу темплы» тормошобоҙ ғаилә хәлен артҡы планға күсерҙе. Хатта өйләнешеү йәше лә «олоғайҙы».—Хәҙер баланы һуң табалар.
Ул йә ҡыҙҙары үҫмерлек осорона етеүгә ата-әсәнең үҙҙәренең «көрсөк йәше» етә. Билдәле, был ваҡытта бала тәрбиәләргә теләмәйҙәр, һәр кемдең үҙ проблемаһы. Баланың физиологик стресс, гормондар уйнай, тәүге һөйөү, үҙен эҙләй... Мәктәптә лә, социумда ла көсөргәнеш...
Ә атайҙа «урта йәштәр көрсөгө», әсәйҙә климакс. Һәр кемдә аңлашылмаусанлыҡ, һәр кемдең үҙ «ҡайғыһы»,—тигән фекер йәшәй табиптарҙа.


Ҡамсы һәм прәник
Күп кенә ата-әсәләр балаларын артыҡ ирекле итеп тәрбиәләй. Ә өлкәндәр тәртип сиктәрен билдәләмәгәс, балалар бөтә нәмәне үҙаллы хәл итеп маташа. Психологтар фекеренсә, нәҡ «иректә» үҫкәндәр наркотикты, алкоголде «тәмләп» ҡарарға ынтыла, енси тормошҡа ла иртә ылыға.
Шул уҡ ваҡытта тәрбиәнең авторитар стилен дә маҡтап булмай. Ата-әсә бер туҡтауһыҙ фарман биреп кенә ултырһа, баланың фекерен тыңларға теләмәһә, әлбиттә, был агрессияға килтерә.
—Авторитар ғаиләлә ата-әсәләр балаға үҙаллы бер аҙым яһарға ла ирек бирмәй.
Көслө, инициативалы үҫмерҙәр бындай мөғәләмәгә тупаҫ яуап бирәсәк.
Үҙ-үҙенә ышанмаған, ата-әсәһенең бер ҡысҡырыуынан «ҡалтырап» торғандар ҙа алама юлға тиҙ баҫыуы ихтимал,—ти эксперттар.
Тимәк, һәр нәмәлә сама, йәғни ҡамсы ла, прәник тә кәрәк.


Ҡырыҫ донъя
Балаларҙың проблемалары ғаиләнән килә, әммә тышҡы
донъяның нисек үҙгәреүен дә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. АҠШ-тың Калифорния университеты тикшеренеүҙәренә ярашлы,
11 йәшлек бала үҙ ғүмерендә телевизорҙан 8 меңгә яҡын үлтереште һәм 100 мең башҡа төр агрессия
акттарын күрә.
Ысынлап та, экрандарҙан бер туҡтауһыҙ үлтереш-ҡыйралыш күрәбеҙ икән, беҙҙең мейе кеше һыҙланыуын ҡабул итмәй башлай, йәғни был ғәҙәти хәлгә инә. Йыраҡ китәһе түгел: махсус операция башланғас, тәүҙә телевизорҙан «ах та ух» тип күҙәткән яңылыҡтарға бөгөн күптәр иғтибар бирмәй. Ауыл-ҡалаларҙа табутта ҡайтыусы һәр яугир өсөн тәүҙә бергәләп илаһаҡ, хәҙер «шул үлгән икән» тип көрһөнөп кенә ҡуябыҙ. Нимәгә яҙаммы быларҙы? Кеше барыһына ла күнә һәм был ғәҙәти тормошҡа әйләнә. Нимәнең яҡшы, нимәнең насар булыуын айырыуы ла ауырлаша.
Хәҙер нығынып етмәгән балаларҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ҡурҡынысмы? Ҡурҡыныс. Айырыуса бында компьютер уйындарында эффектлы: дошмандарын үлтереп йөрөүсе төп геройҙы балалар һәм үҫмерҙәр яҡшы персонаж тип ҡабул итә. Этик норма үҙ асылын юғалта: үлтерәһең икән—тимәк яҡшыһың. Әммә был баланан компьютерҙы тартып алып, йәшереп ҡуйырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Тупаҫ ғәмәлгә тупаҫ яуап буласаҡ. Бары тик балаға күберәк ваҡыт бүлергә, һөйләшергә кәрәк. Ҡыҙ һәм улыңды мәктәпкә, унан түңәрәккә ебәреп кенә тәрбиәләп булмай. Сөнки һинең балаңа уҡытыусы тәрбиә бирә алмай.
Һәр нәмәлә ситең булыуы зарур. Ҡайҙалыр маҡтап ебәрергә, ҡайҙалыр әрләргә. Кәрәк икән маҡтау һүҙен берәй бүләк менән алмаштырырға мөмкин. Сөнки ҡырыҫ донъяла яралған агрессияны аҡыллы һөйөү генә еңә ала.


Ҡаты күңелле балалар
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы даими рәүештә 11-15 йәшлек балалар агрессияһын өйрәнә. Статистика буйынса, иң тупаҫ ҡыҙҙар Венгрияла йәшәй, ә Чехияла малайҙар тупаҫыраҡ. Был бер йыл эсендә үҫмерҙәр араһында булған һуғышыуҙан сығып иҫәпләнгән. Эстония, Литва, Бельгияла ла ҡыҙҙар ажар, Литва, Латвия, Израилдә малайҙар яманыраҡ. Иң тәртиплеләре Финляндияла йәшәй.
Рәсәйгә килгәндә иһә агрессия кимәленең иң ҙур өлөшө Мәскәү үҫмерҙәренә тап килә.
Күп милләтле төбәктәрҙә һәм мегаполистарҙа балалар тупаҫлығы күберәк теркәлгән.

 

 

Ғәлиә Сәлихова,
психолог:

Күпселек ата-әсәнең балаларының үҙҙәрен агрессив тотоштарына, ярһыуҙан ҡыҙарынған йөҙ менән башҡаларға ташланған йә иһә ҡулындағы уйынсыҡты ботарлап ташлаған ваҡыттарына шаһит булғаны бар.
Агрессия—ул ниндәйҙер эштең килеп сыҡмауына, пландарҙың боҙолоуына, тыйыуҙарға, сикләүҙәргә ҡарата
тыуған реакция.
Балаларҙың агрессив тәртибендә күп нәмә ата-әсәнең был күренешкә реакцияһына бәйле. «Буйың еткән ергә—һуҡ, аяғың еткән ергә—тип» тигән әйтемде девиз итеп алған
ата-әсә тәрбиәһенән балаларҙа агрессияның тик үҫеүен
һәм көсәйеүен генә күрергә мөмкиндер ул. Тик шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай:
бала бәләкәй саҡта үҙенең тиҫтерҙәре менән һуғыша, көс һынаша, ә үҫеп еткәс, инде өлкәнәйгән ата-әсәһенә лә тауыш, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡул да күтәреп, тупаҫ мөғәләмә итмәйәсәк тип бер кем дә
әйтә алмай.
«Ел сәсһәң—дауыл урырһың», тип белмәй әйтмәгәндер беҙҙең халыҡ.
Балаларының агрессив холҡон иҫкәртергә теләгән ата-әсә иң тәүҙә үҙ-үҙен ҡулда тота белергә, үҙен тотошо менән балаһына өлгө булырға тейеш.
Кескәйҙәргә уларҙың бындай ҡылыҡтары өсөн яза биреү, сикләүҙәр йәки яуап рәүешендә шулай уҡ агрессив алымдар ҡулланыуҙы тәҡдим итеү урынына ололарҙың иғтибары, аңлауы һәм килеп тыуған хәлде тыныс ҡына аңлата белеүе мөһим. Баланың бындай тәртибе тураһында әңгәмәне уның менән икәүҙән-икәү генә ҡорор кәрәк, башҡа балаларҙың һәм кешеләрҙең шаһит булыуы был осраҡта артыҡ. Ата-әсә балаһының был ҡылығына ҡарата үҙ хис-тойғоларын да әйтеп үтә ала: «Һин кейемдәреңде туҙҙырып, уйынсыҡтарыңды боҙоп ташлаған ваҡытта миңә ҡыйын булды. Әйҙә башҡа улай эшләмәҫкә тырышайыҡ».
Балаға шуны аңлатырға тырышығыҙ: беҙҙең һәр бер ҡылығыбыҙ, эштәрәбеҙ ниндәйҙер эҙемтәләргә килтерә һәм бала быны ни тиклем иртәрәк аңлаһа, уға кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорғанда еңелерәк буласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта баланың агрессив холоҡтан арыныу юҫығында эшләнгән тәүге ыңғай аҙымдарын, кескәй генә еңеүҙәрен дә күҙ уңынан ысҡындырып ебәрергә ярамай,
уны хуплап тороу агрессияһыҙ тәртипте нығытыуға булышлыҡ итәсәк.

 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас