Бөтә яңылыҡтар
10
Тәрбиә
3 Апрель , 16:30

Кем була ул Һомай?

Яҡташ эшҡыуар Денис Өмөтбаев ҡыҙына Һомай тип исем ҡушып берҙә яңылышмаған эйеме?!

БСТ каналы алып барыусыһы, башҡорт һылыуҡайы Лилиә менән билдәле эшҡыуар, блогер Денис Өмөтбаевтарҙың икенсе ҡыҙҙарына исем ҡушыу тарихын мин дә яҡындан ишетеп беләм. - Тиҙҙән Һомай тигән исем ныҡ популяр, барса донъя телендә буласаҡ тип алдан күҙаллап ҡысҡырылғайны был сабыйҙың ҡолағына аҙан. Замандан бер аҙым алда йәшәү өлгөһө тап шул булған да! 👌🤗💯 Йәштәр ҡыҙҙарына бәхетле яҙмыш, ҡотло ғүмер юрап тоғролоҡ һәм матурлыҡ символы булған исемде ҡуша. Һәм... бәпестең йәше тулып үтеүгә ысынлап та, Һомай образы бөгөн ҡитғаларҙы яулай.

💥Йәш парҙың бәләкәй ҡыҙҙары Һомайға арнап төшөргән клибын да мин мөхәббәт, наҙ һәм ғаилә ҡиммәттәре менән һуғарылған ысын хазина тип ҡабул иттем. Уны ҡараған һәр кем, бала саҡтың сафлығын, ата-әсә ҡосағының йылыһын тойғандай була. Һомайҙың нуры - бар донъяға яҡтылыҡ сәсә! Клиптағы һәр мәл үҙе бер әкиәт, мөғжизә булып күҙ алдына баҫа. Ә атаһы менән әсәһенең һөйөү тулы ҡарашы ошо мөғжизәне һаҡлаусы, уға йән өрөүсе көс кеүек. Ысын Ҡояш һәм Самрауҙың үҙе!!! Һомайға йондоҙло оҙон ғүмер, бәхетле яҡты киләсәк теләйбеҙ! Ата-әсәһенә, иленә шәп ҡыҙ, шулай уҡ "Урал батыр" эпосындағы образдан - Айһылыу исемен йөрөткән апаһына иш булып үҫһен!

Ҡош теле төркөмөнән алынды.

Рәйлә Күсемханова.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: