Пәйғәмбәребеҙ ﷺбыл төндәрҙе намаҙҙарҙа үткәргән һәм ғаиләһен дә намаҙға тип уятыр булған. Ғәйшә (радыйаЛлаһү ғәнһә) былай тип хәбәр иткән: «Рамаҙандың һуңғы ун төнө еткәс, Пәйғәмбәр ﷺбилен нығыраҡ быуып алыр ине, төндәрен ғибәҙәт ғәмәлдәрендә үткәрҙе һәм (намаҙға тип) ғаилә ағзаларын да уятты». “Билен нығыраҡ быуып алыр ине” тигәнде нисек аңларға? Тимәк, ул ғибәҙәт менән генә булған һәм ҡатындарына ла яҡынламаған.
Мөмкинлеге булған ир-егеттәр Рамаҙандың һуңғы ун төнөн иғтикәфтә үткәрә. Йәғни, ғәҙәти эштәрен, ғаиләһен ҡалдырып, был көндәрҙә мәсеттә була. Намаҙҙар ҡыла, зикерҙәр әйтә, Ҡөрьән уҡый, күп итеп доға эшләй.
Әлеге хәлебеҙгә ҡараһаҡ, күбебеҙ Рамаҙанды илһамланып, айырым бер көс-дәрт менән ҡаршы алабыҙ ҙа, айҙың аҙағында һүлпәнлек күрһәтәбеҙ, вайымһыҙға әйләнәбеҙ. Ошо бөйөк төндәрҙе битараф ҡына вайымһыҙлыҡта үткәреп ебәрмәһәк ине. Аллаһ биргән мөмкинлектең ҡәҙерен беләйек.
Ни өсөн был төндәргә айырым иғтибар бүлергә кәрәк һуң❓
Сөнки шул арауыҡта Бөйөк Ҡәҙер төнө була. Уны Рамаҙан айының һуңғы ун төнөндә эҙләргә кәрәк.
♦️Ҡәҙер төнөнөң өҫтөнлөктәре ♦️
????Аллаһ был төндә Изге Ҡөрьәнде төшөрә.
Был - Раббыбыҙҙың беҙгә ҡарата оло бер ниғмәте. Сөнки ошо Изге Китап буйынса йәшәгәндәр был донъяла ла, Әхирәттә лә бәхеткә өлгәшә.
????Был төндә күпләп фәрештәләр төшә.
Билдәле булыуынса, фәрештәләр - гонаһһыҙ саф бер заттар. Улар һәр ваҡыт изгелек, бәрәкәт һәм мәрхәмәт менән килә.
????Был төн мең айға ҡарағанда ла яҡшыраҡ.
Быға тиклем булған ҡайһы бер өммәт вәкилдәре мең йыллап йәшәгән. Ә беҙҙең ғүмеребеҙ күпкә ҡыҫҡараҡ булһа ла, бер төндә генә 83 йыллыҡ әжергә ирешеү мөмкинлеге бирелгән.
????Был төндә Аллаһ Тәғәлә тәҡүәле ҡолдарын ғазаптарҙан ҡотҡара.
Ихлас күңелдән ғибәҙәттә булып, Уның ярлыҡауына, мәрхәмәтенә ирешергә мөмкин.
????Раббыбыҙ бөл төн тураһында тотош бер сүрә төшөргән.
Был Ҡәҙер төнөнөң бөйөклөгөн, мөһимлеген күрһәтеп тора.
Ҡәҙер төнө ҡасан була❓
Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ҡәҙер төнөн Рамаҙандың һуңғы ун төнөндә эҙләгеҙ,» - тигән. Был төндәрҙең бөтәһен дә ғибәҙәттә үткәреү хәйерле. Әммә Ҡәҙер төнө таҡ һанлы төндәрҙең береһендә булырға мөмкин. Сөнки Пәйғәмбәрҙең ﷺ: «Ҡәҙер төнөн Рамаҙандың һуңғы таҡ һанлы төндәрендә эҙләгеҙ,» - тигән һүҙҙәре лә билдәле. Тимәк, был төн 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, йә 29-сы төндәрҙең береһендә булырға мөмкин.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ: «Уны (Ҡәҙер төнөн) эҙләүсе һуңғы ете төндәрҙең береһендә эҙләһен,» - тигән һүҙҙәре лә килеп еткән. Йәғни, Ҡәҙер төнө 25-се, 27-се, йә 29-сы төндә булырға мөмкин.
Шулай уҡ бер сәхәбәнән килгән риүәйәт буйынса, был төн егерме етеһенә тап килә. Әммә ғалимдар, бөтә хәҙистәрҙе йыйып, шундай һығымта яһай: Ҡәҙер төнө йыл һайын шылып барырға мөмкин. Шуға күрә уны Рамаҙандың һуңғы таҡ һанлы төндәрендә эҙләү яҡшыраҡ. Бөтә ун төнөндә ихлас ғибәҙәттә үткәреү тағы ла хәйерлерәк.
Ни өсөн Ҡәҙер төнөнөң аныҡ ҡына ваҡыты билдәле түгел❓
Быны Аллаһтың беҙгә ҡарата булған мәрхәмәте тип ҡабул итергә кәрәк. Билдәле генә ваҡыт булһа, беҙ шул мәлде генә көтөп тик йөрөр инек. Билдәле булмағас, беҙ Ҡәҙер төнөн ун төндә лә эҙләйбеҙ, көтәбеҙ. Күберәк ғибәҙәттә булырға тырышабыҙ икән, тимәк, күберәк әжер-сауапҡа ирешәбеҙ. Рамаҙандың һуңғы ун төнөн йоҡлап, вайымһыҙлыҡта, кәйеф-сафа ҡороу менән үткәреп ебәргән кеше юғалтыу кисреүселәрҙән булыр. Ғибәҙәттә булған кеше тик уңышҡа ғына өлгәшер, ин шәъ Аллаһ. Ун төн буйы ихлас доғала һәм башҡа изге ғәмәлдәрҙә булған кеше һис шикһеҙ Ҡәҙер төнөнөң әжеренә өлгәшер.
Ҡәҙер төнөнөң билдәләре бармы❓
Был бөйөк төндөң билдәләре хаҡында ҡайһы бер хәҙистәрҙә әйтеп үтелгән.
Ҡәҙер төнөнән һуң ҡалҡҡан ҡояш нурһыҙ була. Ул ҡыҙыл төҫтә буласаҡ һәм һүлпән генә балҡыясаҡ (Ибн Ғәббәс һүҙҙәренән).
Ҡәҙер төнөндә күк йөҙө аяҙ буласаҡ. Ямғыры ла, еле лә юҡ. Был төн артыҡ эҫе лә, һалҡын да түгел (Ибн Ғәббәс һүҙҙәренән).
Ҡәҙер төнөндә ниндәй доға ҡылырға❓
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, ҡатыны Ғәйшә (радыйаЛлаһү ғәнһә) был төндө ниндәй доға уҡырға кәрәкләген һорағас, былай тип яуап биргән:
اَللَّهُمَّ إِنَّكَ عَفُوٌّ تُحِبُّ الْعَفْوَ فَاعْفُ عَنِّي
????«Аллаһүммә иннәкә ғәфүҮүн түхиббүл ғәфүә фәғфү ғәнни! (Йә Аллаһ! Һин - ғәфү итеүсе. Ғәфү итеүҙе яратаһың. Ғәфү итсе мине!)» ????
Ғәрәп телендә المغفرة (әл-мәғфира) һәм العفو (әл-ғәфүү) тигән төшөнсәләр бар.
Әл-мәғфира "кисереү, ғәфү итеү" тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһ Тәғәлә гонаһыңды ғәфү итә, әммә яҙылған китабыңда уның әҫәре, эҙе ҡала.
Әл-ғәфүү "кисереү, ғәфү итеү һәм юйып ташлау" тигән мәғәнәгә эйә. Аллаһ Тәғәлә гонаһыңды кисерә һәм, ул һис ҡасан булмаған кеүек, юйып ташлай. Шуға күрә Рамаҙандың һуңғы ун төнөндә әйтеп үтелгән доғаны күберәк ҡабатларға кәрәк. Сөнки унда тап "әл-ғәфүү" тураһында һүҙ бара.
Әлбиттә Ҡәҙер төнөндә бынан тыш та күп төрлө доға ҡылырға мөмкин.
НӘРКӘС АЛСЫНБАЕВА.