+24 °С
Ямғыр
Үҙен мосолман тип һанаған кешегә Рамаҙан айы тамамланғас, зәҡәт һәм фытыр саҙаҡалары биреү фарыз. Зәҡәт туранан-тура малға, байлығыңа бәйле булһа, фытыр саҙаҡаһы шәхестең үҙенә ҡағыла. Был хәйерҙе биреү үҙе бер оло ғибәҙәт, бирелмәй ҡалған фытыр өсөн әхирәттә яуап бирергә тура киләсәк.
Фытыр һүҙе «ураҙаны тамамла» тигәнде аңлата. Шуға ла ул—Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелгән саҙаҡа. Ураҙа ғәйетенә тиклем, уны мохтаждарға, етемдәргә бирергә мөмкин, мәсеткә лә һалалар. Һәр ғаилә ағзаһы исеменән бирелә. Уны әйберләтә түләргә лә була.
Башҡортостан календарынан.