—Мәктәп, ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто менән берлектә махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Әхмәт" позывнойлы яугир менән бик матур осрашыу үткәрелде.
Илһөйәрлек менән һуғарылған сараның беренсе өлөшөндә яугир үҙенә бирелгән һорауҙарға ҡыҫҡа, әммә төплө яуаптар бирҙе, егеттәргә хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Барыбыҙ ҙа аныҡ миҫалда ысын геройҙың йәнәшәлә йәшәүен күрҙек. Осрашыу яугирҙең бер туған апаһы Гүзәл Әминеваның моңло сығышы, Илдар Ғөлбәйетовтың йырҙары һәм Хазина Ҡарамырҙинаның шиғыры менән үрелеп барҙы.
Икенсе өлөштә егеттәр араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" спорт ярышы үткәрелде. Командалар маршировка,турникта ҡалҡыныу, сәпкәгә атыу,арҡан тартышыу һ.б ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең физик яҡтан көслө, хәрби хеҙмәткә әҙер булыуҙарын иҫбатланы.
Сара сәй табыны менән тамамланды.
Бөгөнгө осрашыуыбыҙға килгән геройыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләп ҡалабыҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе һәр саҡ һаҡлап, яҡлап торһон. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып,барлыҡ егеттаребеҙ ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар,—тип яҙа социаль селтәрҙә ауыл китапханасыһы Зәлиә Уразбаева.