Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Февраль 2025, 16:25

Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға йыйыныусыларға кәңәштәр

Ураҙа мөбәрәк булһын!Бөгөн кис, ҡояш байығас, көтөп алған изге Рамаҙан айы башлана. Мартҡа сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ. Беренсе тапҡыр ураҙа тоторға теләүселәргә кәңәштәр сайтта.

Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға йыйыныусыларға кәңәштәр
Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға йыйыныусыларға кәңәштәр

 

1. Сухур (ҡояш ҡалҡҡансы ашау) һәм ифтар (ҡояш байығас ауыҙ асыу) ваҡыты, намаҙҙар сәғәте яҙылған таблицаны телефоныңа күсереп ал.

2. Ифтарҙа саманан артыҡ ашанма, юғиһә сухурҙа ризыҡ ҡаба алмаҫһың, көнө буйына хәлһеҙ булырһың.

3. Сухурҙа аҡһым + май + клетчатка ризыҡтары ашарға тырыш, сикләүҙәрең булмаһа, майҙарға байыраҡ аш-һыуға өҫтөнлөк бир. Ул саҡта ураҙа еңелерәк тотолор.

4. Ифтар менән сухур араһында мотлаҡ һыу эс. Тештәрең эмаленә зыяны юҡ икән, һыуыңа лимон ҡушып эс.

5. Организмға кәрәк мелатонин бүленеп сыҡһын өсөн ифтар менән сухур араһында йоҡлап алырға тырыш. Булдыра алһаң, көнө буйына дәртле, көслө йөрөрһөң.

6. Рамаҙан айында доғаны күп ҡылырға тырыш. Бигерәк тә сухур алдынан ҡылынған доғалар ҡабул була, тигән.

7. Ауылыңда йә ҡалағыҙҙа тәрәүих намаҙын бер тапҡыр булһа ла башҡа кешеләр менән бергә уҡып ҡара. Был ғәмәл Рамаҙан айының тәмен, йәмен тотошлай тойорға ярҙам итер.

Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға йыйыныусыларға кәңәштәр
Тәүге тапҡыр ураҙа тоторға йыйыныусыларға кәңәштәр
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас