АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
17 Февраль 2025, 04:20

"Иман нуры" күңелдәрҙе байытты!

Ял көндәрендә Баймаҡ ҡалаһының "Нәсихәт" мәсетендә район кимәлендә 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар араһындағы "Иман нуры" бәйгеһе үтте. Төрлө сәбәптәр менән быйыл балалар һаны үткән йылдан әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан, ярышҡа иң көслөләр йыйылды. Шулар араһында 6-8 йәшкә тиклем үҙ категорияһында Үрге Иҙристән Мөхәмәтшина Зөлхизә - Гран-при, 9-12 йәшкә тиклемгеләр араһында Түбәнге ИҙристәнСыңғыҙова Асия - 1 -се урын яулап, 13-16 йәшлектәр араһында шулай уҡ Түбәнге Иҙристән Ишбулатов уңышлы сығыш яһап ҡайтты.  

"Иман нуры" күңелдәрҙе байытты!"Иман нуры" күңелдәрҙе байытты!
"Иман нуры" күңелдәрҙе байытты!
 

Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйтте: «Кемдең балалары Ҡөръәнде өйрәнгән һәм шул өйрәнгәне буйынса йәшәгән, уларҙың ата-әсәләренең башына Ҡиәмәт көнөндә нурҙан яһалған таж кейҙерелер, ул таждың балҡышы ҡояш кеүек, һәм уларға быға тиклем бер кем дә күргәне булмаған кейемдәр бирерҙәр. Улар: «Ни өсөн беҙгә бындай хөрмәт?»- тип һорар. Уларға: «Һеҙҙең балаларығыҙ Ҡөръән өйрәнгән өсөн», - тип яуапларҙар»
📚Әл-Хәким 1/756 хәҙис хәсән
Азамат Сынгизов Түбәнге Иҙрис имам-хатибы яҙмаһы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас