АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
13 Февраль 2025, 03:35

Кейемдәре биҙәкле, үҙҙәре дәртле

Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа эшләүсе йәш педагогтар өсөн «Акрил буяуҙар менән милли биҙәктәр төшөрөү» оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Сараға шулай уҡ махсус ҡунаҡтар—Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры А.Ярмуллина, мәғариф бүлеге методисы Р.Асҡарова һәм Ф.Юламанова саҡырылды. -Күптән түгел беҙҙең балалар баҡсаһында «Толпар» коммерциялы булмаған автономлы ойошма барлыҡҡа килде. Уның төп маҡсаты килем алыу түгел, ә социаль, мәҙәни, мәғариф йәки экологик, башҡа киҫкен торған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Ойошмабыҙ оҫталыҡ дәрестәре, төрлө курстар, дәрестәр һәм башҡа сараларҙы үткәреү менән булыша,--тине «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы мөдире Розалия Иҙрисова, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.

Кейемдәре биҙәкле, үҙҙәре дәртлеКейемдәре биҙәкле, үҙҙәре дәртле
Кейемдәре биҙәкле, үҙҙәре дәртле

Һуңғы ваҡытта футболка, бейсболка, сумка, күлдәктәргә акриль буяуҙар менән милли биҙәктәр яһау, милли орнаменттар төшөрөп кейеп йөрөү киң таралып китте. «Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке сепрәк», тигәндәй гүзәл заттарыбыҙ зауыҡлы итеп кейенергә ярата. Ә милли биҙәкле кейемдәр ҡатын-ҡыҙға серлелек өҫтәй, күркәмлек бирә, кәүҙәләрен һомғол итә, күҙ тейеүҙән һаҡлай.

Ошонан сығып, ҡалалағы берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли стилде юғалтмаҫ өсөн халҡыбыҙға хас биҙәктәрҙе туҡымаға төшөрөү буйынса белемдәре, оҫталыҡтары менән башҡалар менән уртаҡлашты.

Оҫталыҡ дәресе ике өлөштән торҙо. Тәүге өлөштә өлкән тәрбиәсе Рәмилә Әхмәрова милли биҙәктәрҙең килеп сығыу тарихы һәм үҫеше, орнаменттарҙа кешеләрҙең тәбиғәткә, тормошҡа мөнәсәбәте сағылышы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе. Уның сығышы мәлендә илаһи матурлыҡ, милли орнаменттарҙың үҙенсәлектәре--барыһы ла экранда сағылыш тапты. Йәғни, күргәҙмә материалдың сағылышы бик отошло булды.

Тәрбиәсе Нурания Үҙәнбаева сараның икенсе, йәғни практик өлөшөндә һәр ҡатнашыусыға туҡыма киҫәге, акрил буяуҙар, шаблондар таратып бирҙе һәм эҙмә-эҙлекле итеп һүрәт төшөрөү барышын аңлатты. Туҡымаларға ҡурай һүрәте төшөрҙөләр, уның аҫтына ҡусҡарлы биҙәк һалдылар. Иң алда ҡурай һәм ҡусҡар һүрәтен ҡәләм менән һыҙып алдылар, шунан акрил буяуҙар менән ҡурайҙың таждарын--алтын, орнаментты ялтыр төҫкә буянылар. Һәр кем үҙ ижадына ҡарап һоҡланды һәм һүрәттәрҙең эшләп булмаҫтай нәмә түгеллегенә инанды. Артабан педагогтар милли биҙәкле күлдәктәр, футболкалар кейеп, дефеле күрһәтте. Сағыу кейемдәрҙе ҡунаҡҡа, байрамға, эшкә кейеп барырға була. Спорт ярыштарында ла ҡатнашырға мөмкин, урамда, көндәлек тормошта ла уларҙы кейеү уңайлы.

Бик фәһемле дәрестән һуң ҡатын-ҡыҙҙар «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны. Күптәр Әлфиә Ташбулатованың мәрйендәр теҙеп бәләкәс ҡыҙҙар, өлкәндәр өсөн яһаған стилләштерелгән селтәрҙәрен оҡшатһа, бәғзеләр Рәмилә Әхмәрованың милли орнаменттар төшөрөп яһаған кейемдәренән күҙҙәрен ала алманы. 

-Тарихсы булараҡ, шуны әйтәм: милли орнамент—ул халҡыбыҙҙың коды. Ата-бабаларыбыҙ биҙәктәрҙә тышҡы донъя хаҡында мәғлүмәтте йәшергән,. Археология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән билдәле ғалимдар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемендә үҙәк урындарҙың береһен биләгән биҙәнеү әйберҙәренең тамырҙарын бик боронғо замандарға алып барып тоташтыра,--тине Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.-Коммерциялы булмаған автономлы ойошма булдырып, милли проекттарҙы тормошҡа ашырған балалар баҡсаһы мөдире Розалиә Ғәлийән ҡыҙына рәхмәт! Сарала ҡатнашҡан йәш тәрбиәселәр методик яҡтан төплө белем алғандыр тип уйлайым. Тырыш, эҙләнеүсән педагогтарға артабанғы эштәрендә уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем!

Розалия Иҙрисова оҫталыҡ дәресенең әһәмиәтен билдәләп, үҙ тарихын, мәҙәниәтен, бәҫен белгән халыҡтың киләсәге өмөтлө, тине. «Милли үҙенсәлегебеҙҙе, стилебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе юғалтмаһаҡ, халҡыбыҙ йәшәр!»—тип тә өҫтәне. Розалия Ғәлийән ҡыҙы оҫталыҡ класында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар тапшырҙы.

"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы булдырылған «Толпар» коммерциялы булмаған автономлы ойошмаһының киләсәккә пландары ҙур. Уларға халҡыбыҙ мәҙәниәтенә битараф булмаған уңған ханымдар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре яһарға өйрәтегеҙ тип бик күп мөрәжәғәт итә. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙмай 26 февралдә ҡалала йәшәүсе гүзәл заттарҙы селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ класында көтөп ҡалалар.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас