Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
3 Февраль , 16:25

Күңелле һәм фәһемле осрашыу

«Үәт, ҡыҙыҡ»тар Ғафури районынан ҡәнәғәт ҡайтты.

Күңелле һәм фәһемле осрашыу
Күңелле һәм фәһемле осрашыу

30 ғинуарҙан 2  февралгә тиклем Н.А. Мәжитов  имемендәге Красноусол гимназия-интернатында  “Ҡышҡы КВН мәктәбе-22025” үтте. Унда Сибай ҡалаһының 10 -сы мәктәбенең  ”Үәт ҡыҙыҡ!”  КВН командаһы ҡатнашты. КВН-сылар «оҫталыҡ дәрестәре»н  ҡараны, ҡатнаш командалар төҙөп ярышты. Сара сиктәрендә МХО һалдаты менән осрашыу, яндан уҡ атыу ярышы, экскурсиялар ойошторолдо. Уҡыусылар яңы дуҫтар табып ҡыуанды.  

Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе ойоштороусылар У.С.Кәримовҡа һәм И. Ишкининға еткерәбеҙ.  Ошондай ҙур сарала  ҡатнашыу мөмкинлеге биргән өсөн Сибай ҡалаһы мәғариф идаралағы етәксеһе О.М. Герасимоваға һәм мәктәп директоры Л.А. Ғәлиуллинаға ата-әсәләр, уҡыусылар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 

 

А.Шаһмөхәмәтова, Ю.Ласынова, уҡытыусылар. 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: