Тәрбиә
23 Января 2025, 11:00

Йыр дәресендә...

Элек беҙ йыр дәресендә башлыса игенселәр тураһында йырҙар өйрәнә инек... Ә хәҙер уҡыусылар нимәләр тураһында йырлай икән? Һеҙ йыр дәресенә ниндәй йырҙарҙы индерер инегеҙ?

Йыр дәресендә...Йыр дәресендә...
Йыр дәресендә...

Ә бына Дәүләт Думаһы депутаттары был хаҡта «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшкән. Унда эскперттар саҡырылған.

 

Башинформ яҙа:

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында уҡыусыларға музыка дәрестәрендә ниндәй йырҙар өйрәнергә тейешлеген хәл итеү өсөн эксперттар исемлеге төҙөлдө. Эксперттар араһында – яҡташыбыҙ, опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов, шулай уҡ дирижёр, Мария һәм Ҙур театрҙарҙың генераль директоры Валерий Гергиев, Щукин исемендәге театр институты ректоры Евгений Князев, Гнесинка ректоры Александр Рыжинский кеүек билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, тип хәбәр итә Baza.

Исемлектә шулай уҡ депутаттар, чиновниктар, музыка мәктәптәре һәм институттары уҡытыусылары бар. Улар араһында – Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Сергей Колунов, Мәғариф министрлығының тәрбиә, өҫтәмә белем биреү һәм балалар ялы өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Наталья Агре.

Йәйгә патриотик эстрада йырҙары исемлеге әҙерләнә. Проект менән таныштырыу августа булыр тип көтөлә.

2024 йылдың 28 ноябрендә Союздар йортонда «Үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү системаһында Тыуған ил тураһында йырҙар» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сараға Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Ольга Казакова, депутат Сергей Колунов, шулай уҡ Олег Газманов һәм Шаман саҡырылды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бер тауыштан уҡыусылар мотлаҡ «Я русский», «Офицеры», «Батяня-комбат» кеүек патриотик йырҙарҙы өйрәнергә тейеш тигән ҡарарға килде. Яңыртылған музыка дәрестәренең 2025 йылда уҡ башланыуы ихтимал.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас