Тәрбиә
17 Января 2025, 08:05

Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға

Изге йома көнөндә хәйер-саҙаҡа биреүҙе ғәҙәткә индерәйек! "Аллаһүммәх-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунубәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әкҫир әмүләһү үә үәффкһү ғәлә хайри мәҡасидиһ". Мәғәнәһе: "Әй,Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһе - саҙаҡа биргән кешене - афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарынна ирешеүҙә ярҙам ит".

Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доғаЯрҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға
Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға

Иләүебеҙгә именлек һорап ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Һәр икебеҙгә йән - тән һаулығы, бәрәкәт теләйем. Аллаһ Сүбхәнәкә Тәғәлә һәммәбеҙҙән дә риза булһын. Ике донъя бәхетенә ирешергә насип булһын. Балаларыбыҙға яҡты, имен киләсәк теләйем.
Йома сәйебеҙҙең бәрәкәтен бирһен. Иң ҡәҙерле кешеләребеҙ менән эсергә яҙһын. Хәләл дәүләт, хәйерле бәрәкәт менән ҡуйҙай ҡуҙырап йәшәргә яҙһын.

Ләлә Рафиҡова сәхифәһенән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас