«Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» девизы менән үҙенсәлекле спорт байрамы ойошторолдо. Унда өлкән мәктәпкәсә йәштәге һәм телмәр үҫтереү төркөмдәре ҡатнашты. Улар командаларға бүленеп, оҙон һәм ҡыҫҡа араға йүгерҙе, ҡулса аша үтте, сәкән менән туп йөрөтөп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы уҙып ярышты. Көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо.
Был мауыҡтырғыс ярыштарҙың бөтә этаптары ла бик көсөргәнешле барҙы. Балалар үҙҙәренең тиҙлеген, етеҙлеген һәм зирәклеген, берҙәмлеген һәм командала эшләй белеүен күрһәтте. Барыһы ла финишҡа беренсе булып килергә тырышты. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңеп сыҡты! Байрам күтәренке кәйеф менән тамамланды, сара балаларҙы берләштерҙе. Бит остары алһыуланып, күҙҙәре янып торған, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән балалар саф һауала уйнап, шаярып ҡына ҡалманы, сәләмәтлеген дә нығытты.
Беҙ проектын уңышлы тормошҡа ашырылыуына, балалар баҡсаһы майҙансығына яңы уйын ҡоролмалары алыуға өмөтләнәбеҙ!
Гөлсиә Райманова, физик тәрбиә инструкторы.