Был донъяның мәңге түгеллеген яҡшы аңлайым мин. Әммә әсәйемдең яҡты донъяны ташлап ҡапыл ғына китеүе минең күңелемде шаңҡытты, йәшәү мәғәнәһе юғалғандай булды. Был шаңҡыу йөрәгемде оҙаҡ иңрәтте, ятһам да, торһам да әсәйемә булған бурысым ҡайтарылмаған һымаҡ, ниҙер күңелемде ҡырҙы, йөрәгемде һыҙлатты. Кистәрен яҫтыҡҡа ҡапланып, әсәйемде юҡһыныу, һағыныу һағыштары күҙ йәштәре булып эркелде. Эх, әсәй, әсәй! Был һүҙҙәрҙе күпме генә ҡабатлаһам да, һине кире ҡайтара алмауымды беләм һәм аҡылым менән аңлайым, тик…
84 –те ҡыуып барған әсәйем һуңғы ваҡыттарҙа аяҡ- быуындары һыҙлауҙан интегеп, өй, урам тирәһендә генә әйләнде. Аллаға шөкөр, зиһене теүәл булды, өҫ-башын үҙе тәрбиәләне, электр плитәһенән ашы өҙөлмәне. Тыумыштан зәғиф булып, баш ауырыуы менән яфаланған оло ҡыҙы Фәриҙә менән бергә көн күрҙе һуңғы ваҡытта. Инде телефон да үткәреп алғас, балалары, туғандары менән оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшер ине. Кешеләргә һәр саҡ алсаҡ булды, яңылыш ҡына ла ауыр һүҙ әйтмәне. Шуға күрә лә уның өй тупһаһынан кеше өҙөлмәне, һөтөн дә, ҡаймағын да, хатта икмәген дә индереп бирерҙәр ине күршеләре. Үҙе лә йомарт булды, береһен дә сәй эсермәйенсә кире бормаҫ ине.
Әсәйемдең сабырлығына, түҙемлегенә иҫем китә ине. Ә бит уның тормош юлы еңелдән булмаған, йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡты ололар менән бергә колхоз эшенә егелеп эшләргә, ҡусты -һеңлеләренә терәк, әсәһенә таяныс булған. Аталары фронтҡа алынып, һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмай. Һуғыш тамамланғас, әсәйем үҙенең яҙмышын фронтовик егет Миңлеғол менән бәйләй. Атайым ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы, белемле була. Ауыл советында налог инспекторы, сельпола бухгалтер вазифаларында эшләй. Үҙҙәренең тырышлығы менән йорт күтәрәләр, бер-бер артлы балалары тыуа. Инде тормош яйға һалынды тигәндә, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, йорттарына ҡайғы килә. 43 йәшендә генә атайым фани донъянан китә, береһенән бере бәләкәй ете бала менән әсәйем тол ҡала. Иң кесеһенә бары биш йәш. Бер өйөр бала менән ҡалған әсәйемде “йәлләп”, өлкән апайҙы индомға, ҡайһы берҙәрен детдомға бир тип аҡыл өйрәтеүселәр ҙә табылған. “Эсемә һыйған балаларым, тышыма һыйыр”- тип яуаплай ул. Эшкә урынлаша, малын бөтөрмәй, хатта ирле ғәиләләрҙән алда бесәнен, утынын хәстәрләй. Үҙенең бөтмөрлөгө, тырышлығы арҡаһында балаларын ас-яланғас итмәй, һәр береһенә белем бирергә бар көсөн һала. Вәли ағайым-урмансы, мин –инженер, Әлифә һеңлем- уҡытыусы, Әлфирә һеңлем- ашнаҡсы, Әнисә һеңлем шәфҡәт туташы, Ғаяз ҡустым шофер һөнәрен һайланы.
Хәҙер ҡайһы берәүҙәр бер балаһына ла йүнле тәрбиә бирә алмай. Ә яңғыҙ ҡатынға ете бала тәрбиәләүе ай-һай еңел булмағандыр. Тыумыштан ғәрип апайымды ла һуңғы көндәренә хәтлем ҡурсыны, бер кемдән ауыр һүҙ әйттермәне. Әсәйемде беҙ ҙә бер ҡарашынан аңлап үҫтек, сөнки ул беҙгә бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәне, ауыр һүҙ әйтмәне, өгөт-нәсихәт тә уҡыманы. Гөрләтеп туйҙар үткәреп, һәр-беребеҙҙе башлы-күҙле итеп, балаларының тормошона һоҡланып йәшәне.13 ейән-ейәнсәренә, 14 бүләһенә лә күңел йылыһы өләште. Тик тормош тигәнең һинеңсә генә булмай икән, 38 йәшендә һеңлебеҙ Әнисә фажиғәле һәләк булып, ике балаһы етем ҡалды. Инде йөрәк яралары уңалды тигәндә, ағайым Вәли был донъянан китте. Һуңғы ваҡытта ул ине әсәйемдең таянысы. Ошо ауыр ҡайғыларҙан әсәйем бөгөлөп төштө, күҙгә күренеп шиңде, йәшәү мәғәнәһен юғалтты. Әсә өсөн балаларының үҙенән алда китеүе- иң оло фажиғәлер. Етмәһә, ауырыу апайыбыҙ ҙа аяныс хәлдә, тайып йығылып аяғын имгәтте. Был хәлдәрҙән һуң әсәйемде ҡалаға үҙебеҙгә йәшәргә саҡырып өгөтләп ҡараным, тик ул риза булманы. “Йығылһаҡ барырбыҙ әле, әле үҙ аяғымда йөрөйөм бит”,- тигән булды. Үҙенең тыуған, ғүмер иткән Темәс ауылын ташлап китәһе килмәгәндер.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовиктәрҙең тол ҡатындарына фатир биреү ҡарары сыҡҡас, мин документтар юллай башлағас, әсәйем: “Эй , һаулыҡ бөттө, юҡҡа йөрөмә, әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер ”,- тигән булды. Үҙ йортон ташлап киткеһе лә килмәгәндер, күңеле лә һиҙгәндер… Доғаларын уҡып ултырҙы, ҡулынан Ҡөрьән китабын төшөрмәне, гәзит-журналдан да өҙөлмәне. Донъя донъя инде, төрлө ваҡыттар була. Ҡайһы саҡ төшөнкөлөккә бирелеп китһәм, әсәйем ноҡот һалыр ҙа: « Көйәләнмә, бына барыһы ла яҡшы була»,- тип күңелде күтәреп ебәрер ине.
Һуңғы ваҡытта бөтә хафаланыуы ауырыу апайым өсөн булды. Эй, әсә, әсә…Үҙенә үлем янағанда ла һаман балаһын ҡурсалай. Нисек кенә ауыр булһа ла, тормошҡа зарланманы, барыһына ла риза булып йәшәй белде. Бары Хоҙайҙан еңел үлем һораны, кеше көнөнә ҡалдырмауын үтенде. Теләге ҡабул булды әсәйемдең, бер кемгә лә бәләһен һалмайынса, бер көн түшәктә лә ятмай, ҡапыл ғына китте был донъянан. Бына инде ун дүрт йыл инде һин юҡ беҙҙең арала, йыл да һиңә матур итеп аяттар уҡытабыҙ, ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ. Апайымды ла һуңғы юлына хәтлем матур тәрбиәләнек, ситкә типмәнек. Ул да хәҙер һинең яныңда.Тағы шуны әйткем килә, әгәр һеҙҙең әсәйегеҙ иҫән икән, ҡайғы-хәсрәттәрҙән аралағыҙ, үҙе иҫән сағында мөмкин тиклем ҡәҙер итегеҙ. Әсәйҙән дә яҡын, бөйөк кеше юҡ был донъяла.
ӘМИНӘ ЯХИНА. ЯҘЫУСЫ
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН