АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Сентябрь , 08:25

Эшһөйәрлеге менән алдыра

Сибай ҡалаһы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының педагог-психологы Рәйлә Марат ҡыҙы Әмәтова 37 йыл ғүмерен кескәй балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған. Ул 1966 йылдың 13 мартында Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1987-2004 йылдарҙа тәрбиәсе булһа, 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында педагог-психолог һөнәрен үҙләштерә һәм “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ошо йүнәлештә эшләй башлай. Сабый күңеленең иң нескә ҡылдарын да тирбәлтә алыу һәләтенә эйә булған белгестең тәжрибәһен күптәр үҙ эшендә ҡуллана.

Эшһөйәрлеге менән алдыра
Эшһөйәрлеге менән алдыра

Рәйлә Әмәтова үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, төрлө методик ҡулланмаларҙың авторы ла. Уның эштәре мәктәпкәсә йәштәге балалар менән ижади эшмәкәрлек алып барыу өсөн ҡулланылған “Илһам”(Өфө, “Китап”,2009) методик пособиеһына ингән. Һынлы сәнғәт буйынса Сибайҙа ғына түгел, Урал аръяғының Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура райондарында ла оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыуға өлгәшкән.

Рәйлә Марат ҡыҙы балалар баҡсаһында уҙғарылған барлыҡ сараларҙы ойошторуҙа әүҙем ҡатнаша. Коллегабыҙ йәнһүрәт эшләү техникаһын ныҡлы өйрәнеп ошо юҫыҡта ҡалала уҙғарылған конкурста балалар баҡсабыҙ “Сәләмәт бул, дуҫым!” анимацияһы төшөрөп, гран-при яуланы.

Рәйлә Әмәтова 14 йыл дауамында ҡала педагог-психологтарҙың методик берекмәһен етәкләне. Шулай уҡ аттестация комисиияһы ағзаһы булып торҙо. Ҡала хакимиәтенең бәлиғ булмаған йәштәгеләр менән эшләү комиссияһы менән дә тығыҙ бәйләнеш тота.

2017 йылдан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында Рәйлә Әмәтова етәкселегендә “Тамсы” консультация үҙәге эшләп килә. Бында мәктәпкәсә йәштәге учреждениеға йөрөмәгән балаларға, ата-әсәләргә төрлө психологик-педагогик ярҙам күрһәтелә.

"Мәғариф" милли проектына ярашлы бик күп эштәр атҡарған Рәйлә Марат ҡыҙының белем биреү өлкәһендәге эше иҫәпһеҙ-һанһыҙ Почет грамоталары, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән баһаланған.

Рәйлә Әмәтова тормош иптәше Ринат Нурлығаян улы менән матур ғаилә ҡорған. Нәйлә һәм Юлиә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улары хәҙер үҙҙәре ғаиләле, ата-әсәһен 3 ейән, 2 ейәнсәр табып ҡыуандырғандар. Әмәтовтар күркәм йорт һалып ингән. Тик тормош бит, ҡыҙғанысҡа күрә, тик ҡыуаныстарҙан ғына тормай: махсус хәрби операцияла ҡыҙҙары Юлиәнең ире батырҙарса һәләк булған. Был ауыр ҡайғыны ла эш менән баҫты коллегабыҙ.

Рәйлә Марат ҡыҙы киләсәктә лә арымай-талмай йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индерһен тип теләйбеҙ!

Разифа Иҙрисова, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Эшһөйәрлеге менән алдыра
Эшһөйәрлеге менән алдыра
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: