Йылайыр районы үҙәгендә урынлашҡан Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының шайморатовсылар класы яҡшы уҡыуы, эшһөйәрлеге һәм әҙәплелеге менән тиҫтерҙренән айырылып тора. Мәҫәлән, 6-сы класта уҡыусылар "Йәш шайморатовсылар ярҙамға ашыға" тигән акцияға теләп ҡушылды. Был сараның Ололар көнө алдынан уҙғарылыуы бигерәк тә әһәмиәтле ине.
Уҡыусыларҙы Раиса Петровна Шмаргина ихлас ҡаршы алды һәм эш фронтын күрһәтте. Шайморатовсылар бар көсөн, сослоғон йыйып эшкә тотондо. Ҙур утын өйөмөн күреп һис баҙап ҡалманылар. Уҡытыусылары Сулпан Йәмил ҡыҙы Байморатова етәкселегендә утынды кәрәкле урынға ташып, матур итеп теҙеп һалды.
Йүгереп йөрөп эшләгән ҡыҙҙар һәм малайҙарға ҡарап Раиса инәй һоҡланды ла, ҡыуанды ла, хатта бала сағын иҫкә алып, күҙ йәшен түкте.
—Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек саҡта ололарға ярҙамға бара инек. Ул мәлдә беҙҙе тимурсылар тип йөрөттөләр... Ваҡыт бик тиҙ үтә, хәҙер мин үҙем оло һәм уҡыусыларҙың килгәненә һөйөнәм. Был утындар ҡышҡылыҡҡа запас яғыулыҡ. һыуыҡтар төшкәнсе уны йылы урынға ҡуйыу яҡшы. Хәстәрегеҙ өсөн рәхмәтлемен,—тине күҙ йәштәре аша инәй.
Шайморатовсылар инәй менән матур итеп хушлашты һәм тағы килергә вәғәҙә бирҙе.
Резеда Усманова.