Респуюлика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә:
-Таныш булығыҙ:
Өфө ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова һәм Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азалия Ибраһимова.
Әлиә Ишдәүләтова туған телдә кескәйҙәргә тәрбиә һәм белем биреүсе мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар педагогтары араһында уҙғарылған «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2024» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Азалия Ибраһимова иһә ошо уҡ мәртәбәлеконкурстың туған телдәр уҡытыусылары араһында лауреат булып танылған.
Педагогтарҙы ҡотлайым! Туған телдәрҙе уҡтыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, республикала полилингваль белем биреүҙе үҫтерәбеҙ.
Эш һөҙөмтәбеҙ шуға ла юғары. Ошондай белгестәрҙән белем алған балалар ныҡ ота.
Барығыҙға ла уңыштар!
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Әлиә Ишдәүләтова Өфөлә йәшәһә лә, ул да Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алған. Әлиә Ишдәүләтова ла, Азалия Ибраһимова ла Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған.
Тел, милләт, рух һағында ныҡлы торған уңған ҡыҙҙарыбыҙҙың Рәсәй кимәлендәге конкурста еңеү яулауҙары оло батырлыҡҡа тиң!
Афарин!