АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Сентябрь , 13:25

Рәнйеш ебәрмәй ул...

Кәләшеңде ярты ауыл алып йөрөнө тигән посты уҡығас, үҙемдең үткәнем хәтергә төштө... Иремә ҡыҙ булып, яратып сыҡтым. Тик 2 һеңлеһе, ҡәйнәм күрә алманы мине... Ниндәй генә нахаҡ бәлә таҡманылар, нимә тип кенә бысратманылар. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ, ҡәйнә тигәнем справочниктан ҡарап ауылдағы бөтә кешегә шылтыратып, алдап һөйләп ҡаҡшатты,  йәнәһе, ҡайнымды туҡмағанмын, ул дауаханала ята, ирҙәр менән сыуалам, урлашам һ.б...

Рәнйеш ебәрмәй ул...
Рәнйеш ебәрмәй ул...

Кәләшеңде ярты ауыл алып йөрөнө тигән посты уҡығас, үҙемдең үткәнем хәтергә төштө...Иремә ҡыҙ булып, яратып сыҡтым.Тик 2 һеңлеһе, ҡәйнәм күрә алманы мине... Ниндәй генә нахаҡ бәлә таҡманылар, нимә тип кенә бысратманылар. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ, ҡәйнә тигәнем справочниктан ҡарап ауылдағы бөтә кешегә шылтыратып, алдап һөйләп ҡаҡшатты,  йәнәһе, ҡайнымды туҡмағанмын, дауаханаала ята, уйнаш итәм, урлашам һ.б...

Бик матур красочно итеп описать итеп...Иремде лә тукмайбыҙ икән ғаилә менән.Ҡусты,ағайҙарыма нахаҡ бәлә яғып та ыҙылатты .Араһында һеңлеләре килеп әрләй беҙҙе,ҡәйнәмдең һүҙен һөйләп.
Ир менән бер тапҡыр ирешкәнем,талашҡаныбыҙ булмайынса айырылдыҡ.Шундай нахаҡ һүҙҙәрҙән арыным.Йәшлек менән үҙемде яҡлайҙа белмәгәнем,үҙҙенән бәлки уҫалыраҡ булырға кәрәк булғандыр.Улай түгел тип һәр бер туғанына,танышына һөйләп йөрөйөмө тинем дә ,булған контакттарҙы өҙҙөм улар менән.Ҡырға эшкә сығып киттем ,улымды әсәйҙәр ҡарашты, рәхмәт инде уларға.Хәҙер инде тормоштамын,2 ҡәйнәм бар,улар өсөн иң һәйбәт килен,туғандары тартып тора,малайымда үҫте,үгәй атаһын атай тип тора,ҡусты-һеңлеләрен ҡараша.Үкенмәйем,айырылғанға, яңы тормош башлағанға.Сөнки ул ир менән ҡалһам, ғүмер буйы мине яҡлай алмай,быҙау кеүек йәшәр ине,туғандарынан талатып.Ир кеше ғаиләһен яҡларға,һаҡларға тейеш...
Юҡ -юҡта элекке ирҙең тормошо тураһында ишетелә,әллә ысын ,әллә буш...Өйләнде,кеше үлтереп төрмәлә ултырып сыҡты, ғаилә менән ауырыйҙар,йүнәлмәҫ ауырыу менән.Малайы менән аралашмай,улым тәүҙәрәк звонит итә ине,береһендә бисәһе алып телефонды малайымда ныҡ итеп әрләгән.Шунан башҡа улым звонит итмәне,һәйбәт иткән тейем,атай тип башҡа ауыҙ асманы.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: