АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Август , 15:50

10 йәш ғаилә барлыҡҡа килде!

Йәштәр хәҙер никахлашҡан көндәренең датаһында ныҡлы иғтибар итә. Әйтәйек, «24.08.2024»  көҙгөлө датала Сибай ҡалаһында 10 йәш ғаилә барлыҡҡа килде. Был көндө оҙаҡ юғалып торған ҡояш та күренеп, кейәү-кәләштәрҙең йөҙөнә яҡты нур өҫтәне. Дөйөм алғанда түңәрәк даталы көндә республиканың ЗАГС бүлектәрендә 382 никах теркәлгән. -Ниндәй көндө өйләнеешеү түгел, йәштәрҙең бер-береһен аңлап йәшәүҙәре мөһим. Шулай ҙа һәр нәмәнән ҡыҙыҡ тапҡан ҡыҙ һәм егеттәргә шул мәғлүм булһын:Сибай ЗАГС бүлегендә  быйылғы йылдың тағы ла матур даталары - 10.10.2024  һәм 12.12.2024 көндәрендә никахҡа инеү көндәре асыҡ. Никахты рәсмиләштереү өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин, -- тине Сибай ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.

10 йәш ғаилә барлыҡҡа килде!
10 йәш ғаилә барлыҡҡа килде!

 

Ағымдағы йыл  илдә Рәсәй Президенты В.Путин Указы менән  Ғаилә йылы тип иғлан ителде.  Был ҡарар  ғаиләләрҙе яҡлау һәм  һәм традицион  ғаилә ҡиммәттәрен  һаҡлау өлкәһендәге  сәйәсәтте популярлаштырыу  маҡсатында ҡабул ителде.

Был йүнәлеш республикабыҙҙа ла өҫтөнлөклө булып ҡала.  Балалы ғаиләләр  халыҡтын артыуын  тәьмин итеүҙә  мөһим роль уйнай һәм  тотороҡло, сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Ғаиләләр  яуаплы, эшһөйәр һәм патриотик рухлы  граждандар  булып үҫкән балалар тәрбиәләй. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу , балалар һәм ата-әсәләр өсөн  уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика  ғаилә институтына  комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатлы сәйәсәт алып бара.

Республикабыҙҙа  ғаиләләр хаҡында  төрлө форматтарҙа  даими хәстәрлек күрелә. Шартлы рәүештә уларҙы  бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкин: түләүҙәр, пособиелар һәм  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары (льготалы ипотека һәм торлаҡ түләүҙәре) һәм  башҡалар.

-Был йүнәлештә Сибай ҡалаһында ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Күп балалы байтаҡ ғаиләләргә ер участкаһы урынына  торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға бер тапҡыр бирелеүсе  аҡсалата түләүгә сертификаттар тапшырыу дауам итә.  Әйткәндәй,  был аҡсаны ер, йорт һатып алыуға йәки булмаһа йорт төҙөүгә тотонорға була. Шулай уҡ  ғаиләләргә торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға социаль түләүҙәргә  сертификаттар бирелә. Был социаль түләүҙе  торлаҡ  һатып алыуға, шул иҫәптән икенсел баҙарҙа, йорт төҙөүгә , ипотеканы ҡаплатыуға, өлөшләтә торлак төҙөлөшөндә  ҡатнашыуға тотонорға була.

Дәүләтебеҙ  әсәлекте һәм балалыҡты финанс һәм социаль йәһәттән  яҡлау буйынса федераль һәм төбәк кимәлендә  етди саралар күрә,- тине йәмәғәт фекере лидеры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Ярмуллина.

Шуныһы ҡыуаныслы, сабыйы тыуған һәр ғаилә матди хәленә, балалар һанына ҡарамаҫтан   дәүләт тарафынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Күп балалы, әҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә айырым өҫтөнлөктәр ҡаралған, пособиелар түләнә. Быларҙың барыһы ла хөкүмәтебеҙҙең  ғаилә именлеге,  һәр ғаиләнең, һәр баланың үҫеше өсөн  уңайлы шарттар булдырырға тырышыуы тураһында  һөйләй.

Радий Хәбиров: “Беҙҙе республикалағы демографик хәл бик борсой. Был иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Күп балалыҡ  һәр ваҡыт Башҡортостан биләмәһендә  йәшәгән  күп һанлы халыҡтарҙың бер һыҙаты булып торҙо. Әйҙәгеҙ, ошо традицияны һаҡлайыҡ. Үҙ сиратымда Башҡортостан Хөкүмәте  балаларығыҙҙы уңайлы  шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими  һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡ, тип әйтергә теләйем. Яңы, яҡты мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етерлек күләмдә булһын өсөн,  балалар яҡшы  спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай алһын өсөн. Улар сәләмәт, ҡыҙыҡһыныусан  кешеләр булып үҫһен, үҙебеҙҙең  юғары уҡыу йорттарына  уҡырға инһен, эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын”,-- тине республика етәксеһе.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: