АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Август , 09:15

Милли рух тәрбиәләй

"Урал батыр мәктәбе" проекты республикала 2023 йылдың авгусында тормошҡа ашырыла башланы. Уны “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проекттың авторы – билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева. Йылайыр районынан был проектҡа Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы ҡушылды һәм "Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә күп саралар уҙғарыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар һәм “Урал батыр мәктәбе”ндә шөғөлләнеүселәр “Йөрәк эҙҙәре”, “Йөрәктән йөрәккә” әҙәби десанттарҙа, “Бураҡаева уҡыуҙары”, “Арыҫланов уҡыуҙары”, “Кейекбаев уҡыуҙары”, “Ғәрипова уҡыуҙары”, “Нәжми уҡыуҙары” республика фәнни-практик конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Милли рух тәрбиәләй
Милли рух тәрбиәләй


Билдәле булыуынса, “Урал батыр мәктәбе”нә республиканың бихисап гимназиялары, лицейҙары, балалар баҡсалары ҡушылды. Мәктәп эше эпос нигеҙендә ятҡан ҡиммәттәргә ярашлы йүнәлештәрҙән тора, әйтәйек, тәбиғәтте һаҡлау, изгелек ҡылыу, ярҙамсыллыҡ, сәләмәт тормош алып барыу. “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса мәктәптәрҙә фән өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар ойоштороу, онотолған геройҙар исемдәрен ҡайтарыу буйынса эш, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы, тағы башҡа матур ғәмәлдәр башҡарыла. Ошо мәктәп аша Урал батырҙың халҡына еткергән изге өндәмәләре, васыяттары йәш быуын күңеленә һалына, яҡты киләсәккә әйҙәй.
Йылайыр районынан был проектҡа Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы ҡушылды һәм "Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә күп саралар уҙғарыла.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар һәм “Урал батыр мәктәбе”ндә шөғөлләнеүселәр “Йөрәк эҙҙәре”, “Йөрәктән йөрәккә” әҙәби десанттарҙа, “Бураҡаева уҡыуҙары”, “Арыҫланов уҡыуҙары”, “Кейекбаев уҡыуҙары”, “Ғәрипова уҡыуҙары”, “Нәжми уҡыуҙары” республика фәнни-практик конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.
– «Урал батыр» эпосы буйынса тәрбиә эштәре алып барыу башланғысы 1992 йылда «Тормош һабаҡтары» дәресенә индерелгәйне. Ә 2019 йылда билдәле милләттәшебеҙ, педагог, дәреслектәр авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева "Урал батыр мәктәбе"н ойошторорға тәҡдим итте. Уның концепцияһы йәш быуынды тәрбиәләү эшен эпос нигеҙендә алып барыуҙы күҙ уңында тота. Башланғыс нигеҙендә республика Башлығы грантына «Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм» тип аталған китап баҫылып сыҡты һәм 2021 йылда уның исем туйы үткәрелде, был сараны йәмәғәтселек хуплап ҡаршы алды. Уҙған йыл иһә беҙҙең районда ла “Урал батыр мәктәбе” үҙ эшен башланы, – тине Йылайыр районының мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова.
Мәктәп эше эпос нигеҙендә ятҡан ҡиммәттәргә ярашлы йүнәлештәрҙән тора, әйтәйек, тәбиғәтте һаҡлау, изгелек ҡылыу, ярҙамсыллыҡ, сәләмәт тормош алып барыу. “Урал батыр мәктәбе” проекты буйынса мәктәптәрҙә фән өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән йәштәр менән осрашыуҙар ойоштороу, онотолған геройҙар исемдәрен ҡайтарыу буйынса эш, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы, тағы башҡа матур ғәмәлдәр башҡарылып килә. Ошо мәктәп аша Урал батырҙың халҡына еткергән изге өндәмәләре, васыяттары йәш быуын күңеленә һалына, яҡты киләсәккә әйҙәй.

Фото һәм мәғлүмәт “Ауыл уттары” гәзитенән алынды.

Автор: Гөлгенә Таһирова.

Автор:
Читайте нас: