АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
23 Июль , 20:10

Биш әсә миҙаллы булды

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән әсәләрҙе тәбрикләне. Ғаилә институтын нығытыуға һәм балалар тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Татлыбай ауылынан Ләйсән Әхмәҙуллина, Беренсе Төркмән ауылынан Айгөл Исрафилова, Ҡаратал ауылынан Илүзә Салихова, Муллаҡай ауылынан Флорида Уразгилдина, Баймаҡ ҡалаһынан Зөһрә Шәрәфетдинова "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде.

Биш әсә миҙаллы булды
Биш әсә миҙаллы булды

Шуны билдәләп үтергә кәрәк:

Башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров ҡарары менән күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде. Тейешле Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм күп балалы ғаиләләрҙең имиджын нығытыу "Демография" милли проектының төп идеяларының береһе булып тора.

Рәсәй Президентының Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктең закондар сығарыу кимәлендә бер нисә мөһим инициатива индерелде. Ғаилә йылында ярҙам саралары комплексы ҡабул ителде, уға, мәҫәлән, быға тиклем ғәмәлдә булған алты йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыуҙар, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн бушлай туҡланыу ҙа, шулай уҡ Президент Указы менән тәҡдим ителгәндәре лә инде.

-Төбәктең күп балалы ғаиләләре хәҙер республиканың дәүләт йәки муниципаль милке булып торған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең уҡыусылары транспортта бушлай йөрөй ала. Әлеге ваҡытта ошо ярҙам сараһын күрһәтеү механизмы әҙерләнә, сәфәрҙәр уҡыусының картаһы йәки “Алға” картаһы буйынса ғәмәлгә ашырылыр тип күҙаллана, - тине "Атайсал" гәзитенең йәмәғәт фекере лидеры, Сибай ҡалаһының 3-сө полилингваль гимназия-интернаты директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова.

Бынан тыш, көндөҙгө бүлектә белем алған 18 йәштән өлкән (23 йәшкәсә) аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация биреүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Компенсацияны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында, күп функциялы үҙәктә һәм уның филиалдарында, йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында юлларға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡарары буйынса илдә күп балалы ғаиләнең берҙәм статусы билдәләнгән һәм ул срокһыҙ билдәләнә. Рәсәй Федерацияһында өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә. Ярҙам сараларына республиканың күп балалы ғаиләләре өлкән балаһына 18 йәш тулғансы (йәки көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклем) хоҡуҡлы.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

-

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: