Сибай ҡалаһының “Сулпылар” балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә һәләтле балалар күп. Шуларҙың береһе—Сабина Йыһаншина. Бөтә яҡтан да һәләтле, тырыш, дәртле ҡыҙ атлап түгел, бейеп кенә йөрөй. Иң мөһиме—башҡорт телен ярата, үҙ телендә таҙа итеп һөйләшә. Уңған ҡыҙ төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойошторған Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған шиғри конкурста еңеүсе булды. Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ойошторған Башҡорт теле көнөнә арналған “Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!” исемле шиғыр һөйләүселәрҙең төбәк-ара онлайн конкурсында—3-сө урын, Урал аръяғы райондары араһында уҙғарылған балаларҙың вокал оҫталыҡ конкурсында—2-се урын, “Һаумы, һаумы әкиәт!” исемле донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡарыу конкурсының муниципаль этабында 1-се урын яуланы. Бынан тыш, башҡа ярыштарҙа призлы урындар алырға өлгөрҙө. Талантлы ҡыҙ матур итеп һүрәт төшөрә, моңло итеп йырлай, дәртле баҫып бейей.
Үҙен һәр яҡлап асырға, үҫтерергә ынтылған Сабинаға киләсәктә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Эльвира Сафина, тәрбиәсе.