Ауылда 2012 йылда яңы мәсет төҙөлә. Ошо ауылда тыуып-үҫкән, әле Себер тарафтарында йәшәгән Рита Маннанова был изге эштең инициаторы була, ул бала саҡтан ошо хаҡта хыяллана. Мәсет төҙөүгә аҡса йыйырға ҡарар иткәндә, уға туғандары ла, ауылдаштары ла ярҙам итә. “Һәр кемдең күңелендә йөрөткән хыялы була. Аллаға шөкөр, ауылдаштарымдың ярҙамы менән күптән тормошҡа ашырырға теләгән ниәтемде атҡарып сыҡтым: тыуған ауылымда мәсет төҙөттөм. “Әхмәтшәриф” мәсете ауылыма йәм биреп торһон, иман таратһын”,–ти Рита Маннанова.
Бөгөн, ысынлап та, һәр йомала һәм дини байрамдарҙа «Әхмәтшәриф» мәсетенә диндарҙар йыйыла. Бөгөн мәсеттең имам-хатибы—Дамир Исмәғилев.
Дамир Ғәлимйән улы белдереүенсә, мәсеттә аҙна һайын йома намаҙҙары уҡыла, никах туйҙары, сабыйға исем ҡушыу, ҡорбан салыу йолалары атҡарыла. Бергәләшеп Ураҙа ғәйеттәрен, Ҡорбан байрамдарын ойошторалар. Дамир Исмәғилевтең тырышлығы менән ауылдың уҡыусы балалары өсөн һәр кесе йомала ғәрәп теле дәрестәре уҡытыла. Беҙ барғанда мәсеткә уҡыусылар йыйылған ине, уларҙы фотоға төшөрөп тә алдыҡ.
Алдан әйтеүебеҙсә, Оло Әбеш ауылында электән иман көслө, дин тыйылған замандарҙа ла дини байрамдар һаҡланып ҡалған.
Кәримә Усманова.