Кире ҡайтарып биргәндә, ул асҡыстарҙы һәр ваҡыт өгөт-нәсихәттәр әйтеп бирә ине. Ҡәләм кеүек ябыҡ дуҫыма гел: "Төшкө аш ашарға онотма, әсәйең плитә өҫтөндә ҡалдырҙы!" - тип иҫкәртә торғайны. Ә миңә, өйгә ҡайтҡас, мәктәп формаһын алмаштырыр һәм көндөҙгө сәғәт 3-сө яртыла скрипка түңәрәгенә барырға онотма, тигән ҡәтғи бойороҡ бирер ине..
Мин музыка студияһында скрипкала уйнарға өйрәндем. Ул беҙҙең хаҡта ата-әсәләребеҙҙән күберәк белә ине. Һәм һәр кис уларға отчет бирә. Берһенең төймәһе өҙөлгән, был портфелһеҙ өйөнә ҡайтҡан, ә тегенеһе " бер туҡтауһыҙ йүткерә " ...
Ул икенсе ҡатта йәшәй ине. Йәйгеһен, үҙ фатирыбыҙға күтәрелмәҫ өсөн, ихатанан уның янына йүгереп килә инек:
- Һыу эсергә бир! Әбей беҙгә эмаль көрөшкәне тултырып, тәмле һыуын алып сыға торғайны.
Аҙаҡ беҙ үҫтек. Ата-әсәләр инде асҡыстарыбыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡмай... Төшкө ашты үҙебеҙгә үҙебеҙ әҙерләргә өйрәндек. Подъезда әбейҙең тороуы инде кәрәкмәй... Шуға күрәлер, ахыры, беҙ уның нисек, ҡасан тормошобоҙ юлынан төшөп ҡалғанын, юғалғанын иҫкә лә алманыҡ...
Ә хәҙер мин уның исемен дә белмәүем тураһында белдем... Эх!..
Миләүшә Ғәйфуллина
Тәржемә
фото интернеттан