Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Март , 12:05

ИФТАРҘА ИРҘӘР ГЕНӘ...

Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында ифтарға ҡатын- ҡыззар айырым, ир- егеттәр айырым саҡырыша.

ИФТАРҘА ИРҘӘР ГЕНӘ...
ИФТАРҘА ИРҘӘР ГЕНӘ...

Иҫәнгилде ауылының билдәле бағымсыһы - Нурия инәй Байгилдина мәрхүмәнең ейәнсәре Рәмилә Ғиззәтуллинаның сәхифәһенән:

"Өләсем муллаларҙы, дингә ылыҡҡандарзы бик яратты. Аяттарға матур, эре сәскәле күлдәк, янып торған төҫтә яулыҡ, камзул кейеп, бер сумка күстәнәс менән килер ине. Уҡылған аятты бер тынһыҙ, йотлоғоп тыңлар ине...
Бына нисә йыл инде интернет селтәрендә Иҫәнгилделәрҙең ифтарга саҡырышыуын бер мин генә түгел, күптәр һоҡланып күҙәтеп бара. Унда ҡатын- ҡыззар айырым, ир- егеттәр айырым саҡырыша. Ҡатындар ярай инде, ә бына ир- аттың дингә ынтылыуы, ураза тотоуы бик ҡыуандыра.
Минен класташым Фәһим Сафуанов Билал ағай үткәргән ифтарҙан фото ебәргән. Өләсем быға бик ныҡ шатланыр ине...Рәхмәт, Фәһим. Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, сауаптарын насип итһен. Йорт - ил тынысланып, ир - егеттәр имен - һау ғаиләләренә ҡайтһын".

Автор:Резеда Валиева