АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
20 Март , 11:55

УРАҘАҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ АЯТТАР

«Рамаҙан айында кешеләргә тоғро ҡулланма, тоғро ҡулланмалағы асыҡ дәлилдәр һәм (дөрөҫлөктө ялғандан) айырыу булараҡ Ҡөрьән төшөрөлдө. Кемегеҙ был айға килеп етә, шул ураҙа тоторға тейеш. Ә кемегеҙҙер ауырыһа йәки сәфәрҙә булһа, башҡа ваҡытта ҡалдырған көндәр иҫәбенә ураҙаһын тотоп ҡуйһын. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй. Ул билдәле көндәр һанын аҙаҡҡаса еткереп ҡуйыуығыҙҙы һәм, һеҙҙе тура юлға баҫтырған өсөн, Аллаһты ололауығыҙҙы теләй. Шөкөр итеүселәрҙән булырһығыҙ, бәлки»("Әл-Баҡара", 185)

УРАҘАҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ АЯТТАР
УРАҘАҒА ҠАҒЫЛЫШЛЫ АЯТТАР

Рамаҙан айындағы ураҙа фарыз ителгән. Ошо изге айҙа Аллаһтың мәрхәмәте булараҡ Ҡөрьән төшөрөлгән. Был Изге Китап кешеләр өсөн тура юл ҡулланмаһы. Уның аша кеше хәҡиҡәтте аса. Дөрөҫлөктө - ялғандан, тура юлды - аҙашыуҙан, хаҡ динлеләрҙе бәхетһеҙ гонаһлыларҙан айырырға өйрәнә.

Рамаҙан айына тиклем килеп еткән һәр бер мосолман ураҙа тоторға тейеш. Сирлеләргә, алыҫ юлда булғандарға ураҙаларын ҡалдырып торорға рөхсәт ителә. Аллаһ кешеләргә ниндәйҙер ауырлыҡ һалырға теләмәй, еңеллек кенә теләй.

Артабан Аллаһ Рамаҙан айы көндәрен аҙағынаса еткереп ҡуйырға, йәғни, был айҙа тулыһынса ураҙала булырға ҡуша. Сөнки бәғзеләр хаталанып, Рамаҙандың ҡайһы бер көндәрендә генә ураҙа тотһаң да етә, тип уйларға мөмкин. Кеше айҙың башынан алып аҙағына тиклем ошо фарыз ғәмәлде үтәргә һәм, ураҙа тамамланғас, биргән еңеллеге һәм мөмкинлеге өсөн, Аллаһҡа шөкөр итергә тейеш. Шәүүәл айының еткәнен белдереп, яңы ай тыуғандан алып, ғәйет хөтбәһе тамамланғансы Аллаһты бөйөкләү һүҙҙәрен әйтергә кәрәк.

 

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА әҙерләне.

Автор: