Тәрбиә
14 Марта 2024, 12:15

Ике бүре тураһында хикәйәт

Ҡасандыр борон заманда, бер индеец үҙенең ейәненә тормош хаҡиҡәтен аса. -Һәр кешелә ике бүренең алышын хәтерләткән көрәш бара. Бер бүрелә яуызлыҡ, көнсөллөк, ҡыҙғаныу, үкенеү, үҙ-үеңде генә яратыу, амбиция, алдашыу кеүек насар сифаттар булһа, икенсеһе изгелекте кәүҙәләндерә. Ул иһә тыныслыҡ, мөхәббәт, ышаныс, яратыу, изгелек, тоғролоҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар... Бәләкәй ейәне ҡартатаһының был хәбәрен ишеткәс оҙаҡ ҡына уйлана һәм ошондай һорау бирә: -Ә иң аҙаҡта ниндәй бүре еңә һуң?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ике бүре тураһында хикәйәтИке бүре тураһында хикәйәт
Ике бүре тураһында хикәйәт

Ҡарт индеец йылмая ла ейәненә ҡарап:

-Ниндәй бүрене ашатаһың, шуныһы еңә,--тип яуаплай.

Тормош булғас төрлө хәлдәр була: әрләшеп, эләгешеп тә китәбеҙ, ҡыҙғанабыҙ, көнләшәбеҙ, яуызлыҡ ҡылабыҙ. Иң мөһиме яуызлыҡ һәм ҡөһөрлөк беҙҙең күңелдәребеҙҙе тулыһынса ялмап алмаһын...

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас