Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Март , 14:35

Изге күңелле ҡатын осраны юлыбыҙға

Изге күңелле ҡатын беҙҙе шул тиклем йәлләне микән, 3 пакет аҙыҡ-түлек һатып алып бирҙе. Күстәнәстәргә беҙҙең көсөбөҙ етмәгәс, өйгә тиклем оҙатып та барҙы. Хатта әсәйемә аҡса ла бирҙе. Ошо ҡатын беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы, тиһәк тә була. Аллаһ Тәғәлә шулай беҙҙең алға яҡшы бәндәһен сығарып ҡуйып, уның аша беҙҙе хәстәрләне.

Изге күңелле ҡатын осраны юлыбыҙға
Изге күңелле ҡатын осраны юлыбыҙға

Миңә - 10, ҡустыма 6 йәш ине, бик ярлы йәшәнек. Атайыбыҙ булманы, әсәйебеҙ ауырыу ғына ине. Бер көндө ҡустым менән магазинға онға барҙыҡ та сиратта торған арала тамшана-тамшана, тәмлекәстәргә ҡарап, ауыҙыбыҙҙың һыуы ҡойолдо. Шул мәлдә беҙҙе ситтән күҙәтеп торған бер ҡатын, нимә ашағығыҙ килә, тип һораны. Мин өҫтөнә ҡуйыртылған һөт һалынған пломбир тип әйтәйем генә тигәйнем, ҡустым картуф тип һорап та өлгөрҙө. Өйҙә бит беҙҙең кеүек ас ятҡан әсәйебеҙҙе уйлағандыр инде, бисараҡайым. Бер тин аҡсабыҙ юҡ, әсәйемә пенсияһын бер нисә айға һуңлатып бирәләр ине.

Изге күңелле ҡатын беҙҙе шул тиклем йәлләне микән, 3 пакет аҙыҡ-түлек һатып алып бирҙе. Күстәнәстәргә беҙҙең көсөбөҙ етмәгәс, өйгә тиклем оҙатып та барҙы. Хатта әсәйемә аҡса ла бирҙе. Ошо ҡатын беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы, тиһәк тә була. Аллаһ Тәғәлә шулай беҙҙең алға яҡшы бәндәһен сығарып ҡуйып, уның аша беҙҙе хәстәрләне.

Хәҙер үҙем ҡулымдан килгәнсе мохтаж кешеләргә ярҙам итергә тырышам.

фото интернеттан.

Автор:Гульдар Кадаева