Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Февраль , 08:35

ҠУРМАС, ТИРМӘН ҺӘМ ТАЛҠАН

Ә һеҙҙең балалар быларҙың нимә икәнен беләме? Ҡул тирмәнендә ҡурмасты үткәреп, талҡан эшләп ашатҡанығыҙ бармы?

ҠУРМАС, ТИРМӘН ҺӘМ ТАЛҠАН
ҠУРМАС, ТИРМӘН ҺӘМ ТАЛҠАН

Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы мәктәбенән РӘЗИМӘ СӘЙЕТОВА хәбәр итә:

--Балаларының саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, аллы-гөллө кейенеп, күстәнәстәрен тейәп, өләсәйҙәр беҙгә "Талҡан" байрамына килде.
Зәйнизә Тулыбаева, Разифа Илбулова, Яңылбикә Исрафилова, Гөлшат Илбулова икмәк,әпәкәйҙең беҙҙең өҫтәлгә нисек килеүе, ҡурмас ҡурыу, тирмән тартыу, талҡан эшләү, уның файҙаһы тураһында һөйләнеләр. Бойҙай, еләк, сейә, алманан эшләнгән талҡандарын ауыҙ иттерҙеләр. Рәсимә Яҡупова боронғо балалар уйындары менән таныштырып, балаларҙы уйнатып та алды.Уҡыусылар ҙа буш ҡалманы, фәһемле һабаҡ биргән өләсәйҙәргә йыр-бейеү бүләк итеп, һуңынан сәй табынына саҡырҙыҡ.
Матур осрашыу өсөн ҙур рәхмәт өләсәйҙәргә🌺🌺🌺

Автор:Резеда Валиева