АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Февраль , 14:35

Рамаҙан айына әҙерләнәйек

 Рамаҙан айын күптәр ашау-эсеүҙән тыйылып тороу менән генә бәйләй. Ғәмәлдә уның асылы, мәғәнәһе киңерәк тә, тәрәнерәк тә. Рамаҙандың үҙенсәлектәрен, уның ҙур маҡсатын белеп еткермәү сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр әлеге ғибәҙәтте ҡылыуҙа хаталана, шул сәбәпле ураҙаларының сауабы кәмей, ә ҡайһы саҡта хаталар хатта ураҙаның боҙолоуына ла килтерә. Ғибәҙәттең дәрәжәһен, ҡиммәтен һаҡлап ҡалыр өсөн йыш осрай торған ҡайһы бер хаталарҙы барлап сығайыҡ. * Хаталарҙың тағы береһе – ураҙаны ашҡаҙан менән генә тотоп, тәндең башҡа өлөштәрен был ғибәҙәттә ҡатнаштырмау: мосолмандар ураҙаға ниәтләп кергәндән һуң, аяҡ-ҡулдарын да, күҙ-ҡолаҡтарын һәм телен дә "тыйып тоторрға", йәғни гонаһлы йәки гонаһҡа йүнәлеш биреүсе һүҙ-ғәмәлдәрҙән һаҡланырға тейеш. Әгәр ураҙалағы кеше ғәйбәттән, насар һүҙҙәрҙән, күҙ зинаһынан һаҡланмаһа, башҡаларға ҡулы йәки теле менән зыян килтерһә, уның Рамаҙан ғибәҙәте, һис шикһеҙ, кәмселекле була.

Рамаҙан айына әҙерләнәйек
Рамаҙан айына әҙерләнәйек
Автор:Гульдар Кадаева