АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Февраль , 12:30

Үҙенекен айырған яңғыҙ ҡала...

Үҙеңдекен көйгән бәлеш менән дә һыйларға була. Ул бит үҙеңдеке. Ят кешегә иң һәйбәт нәмәне, иң яҡшыны, иң тәмлене бирергә кәрәк, юғиһә, ят кеше һинең хаҡта ни уйлар? Үҙеңдекенең елкәһенә лә тондороп ебәрергә була, ул бит үҙеңдеке, яҡын кешең. Ситтәргә ҡағылырға ярамай!

Үҙенекен айырған яңғыҙ ҡала...
Үҙенекен айырған яңғыҙ ҡала...

Шулай инде. Үҙеңдекен тәнҡитләргә мөмкин, нимәлер таптырырға була, хатта эшләтеп түләмәҫкә лә мөмкин – ул бит үҙеңдеке. Түҙер, көтөр, эшләр ҙә аҡса табыр – үҙеңдекеләр менән ҡалайтып иҫәпләшеп тораһың? Беҙ бит дуҫтар. Туғандар. Йә булмаһа, электән танышбыҙ. Беҙ бит үҙҙебеҙҙекеләр!

Тик тап ошолай иткәндә үҙеңдекеләр сит-ятҡа әүерелә. Кем үҙенекеләрҙе айыра, шул яңғыҙы ҡала. Бөтөнләй яттар араһында яңғыҙы ҡала, улар пирожкиһын ашап бөтә лә иренен ялай ҙа китә, уларҙа һинең ҡайғың юҡ. Үҙеңдекеләрҙән айырмалы рәүештә, сит-яттар һинең характерыңды түҙеп тормаясаҡ, ауырығанда баҡмаясаҡ, һуңғыһын бүлеп бирмәйсәк. Был ғәҙәти күренеш – улар бит ят бауыр. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тормошо һәм үҙ бурыстары.

Үҙеңдекеләрҙе йәберләү, туҡтауһыҙ йомош ҡушыу, эшләтеү нормаль күренеш түгел. Көйгән бәлеш менән һыйлау, елкәһенә тондороу ҙа яҡшы түгел. Йәки уларға бер нисек тә ярҙам итмәү...Үҙеңдеке лә, сит-яттар ҙа юҡ, тимәгеҙ. Бер ҙә улай түгел.

Иң тәүҙә үҙеңдекеләр хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Улар ят бауырға әйләнмәҫ борон, уларға яҡшы мөғәмәләлә булған ергә китмәҫ борон.

Анна Кирьянова

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Автор:Гульдар Кадаева