АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Февраль , 15:25

АФАРИН, ЙӘНШИШМӘЛӘР!

--Беҙ башҡорт уйындары буйынса эҙләнеү эше алып барҙыҡ, ололарҙан һораштыҡ. “Шап-шаҡалай”, “һуҡыр тәкә”, “Һәпәләк” һәм башҡа уйындарҙы күрһәттек һәм 2-се урын яуланыҡ. Был конкурста беҙҙән 38 бала ҡатнашты,--ти Рәсимә Халиҡова.

АФАРИН, ЙӘНШИШМӘЛӘР!
АФАРИН, ЙӘНШИШМӘЛӘР!

Башҡортостан Башлығы гранты Фонды яҡлауында “Академик инициативаларыҙы яҡлау үҙәге” уҙған йыл “Башҡорт халыҡ уйындарына өйрәтеүсе видеояҙмалар”  проектын иғлан иткәйне. Маҡсаты исеменән үк күренеп тора: башҡорт халҡының милли уйындарын тергеҙеү һәм уны популярлаштырыу. Проект сиктәрендә 10 видеояҙма төшөрөлә. Унда баш ҡалабыҙҙағы башҡорт гимназиялары уҡыусылары ҡатнаша. Улар “Биш ашыҡ”, “Ямғыр таш” уйындарын тәҡдим итә.

 Бынан тыш, республикала әлеге йүнәлештә конкурс та иғлан ителә. Барлығы 15 ҡаланан, 26 райондан 175 ғариза алына. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән ҡатнашыусылар була. Уҡыусылар ҙа, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ҙә, төбәктәрҙәге балалар фольклор ансамблдәре лә оло ихласлыҡ менән видеояҙмалар әҙерләгән. Уларҙан күренеүенсә, башҡорт халҡының уйындары бик күп һәм үҙенсәлекле.

Шуныһы ҡыуаныслы еүеңселәр араһында беҙҙең яҡташтар бар. Улар—Ҡолсора ауылындағы “Йәншишмә” балалар фольклор берекмәһе. Етәкселәре Балалар ижады үҙәге педагогы, Ҡолсора ауылы мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡова.

--Беҙ башҡорт уйындары буйынса эҙләнеү эше алып барҙыҡ, ололарҙан һораштыҡ. “Шап-шаҡалай”, “һуҡыр тәкә”, “Һәпәләк” һәм башҡа уйындарҙы күрһәттек һәм 2-се урын яуланыҡ. Был конкурста беҙҙән 38 бала ҡатнашты,--ти Рәсимә Халиҡова.

Афарин, йәншишмәләр! Ысынлап та, халҡыбыҙҙың үткәренә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү өсөн балаларыбыҙға милли уйындарҙы ла өйрәтеү бик кәрәк. Айырыуса төрлө гаджеттар үтеп ингән заманда ҡыҙ-улдарыбыҙға хәрәкәтле уйындар өйрәтеү һәм шуға йәлеп итеү үтә лә фәһемле. Ошондай фольклор берекмәләренең булыуы маҡтауға лайыҡ.

Автор:Резеда Валиева