АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
5 Февраль 2024, 08:50

Быларҙы белеү мотлаҡ!

Был хаҡта һөйләп йөрөү килешмәй: йәшең, байлығың, ҡылған доғаң, ҡулланған дарыуҙарың, мөхәббәт хәлдәрең, бүләктәрең тураһында, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәрен, хурлыҡҡа ҡалғаныңды.

Быларҙы белеү мотлаҡ!Быларҙы белеү мотлаҡ!
Быларҙы белеү мотлаҡ!

Әҙәплелек ҡағиҙәләре:
✅1. Алдан шылтыратмайынса кешегә бармағыҙ. Элек, телефон юҡ саҡта ғына был ғәҙәти күренеш ине. Бөгөнгө заманда был ҡылыҡ әҙәпһеҙлек һанала.
✅2. Ҡулсатырҙы ҡунаҡҡа барғанда, офиста киптерер өсөн асып иҙәнгә һалып ҡуймағыҙ, элгескә элегеҙ.
✅3. Сумкағыҙҙы тубығығыҙға терәп ултырмағыҙ. Артығыҙға ла ҡуймағыҙ. Бәләкәй клатч-сумканы өҫтәлгә һалырға мөмкин, ҙурын инде ултырғыстың арҡаһына элергә йә, эргәлә бүтән ултырғыс булмаһа, иҙәнгә ҡуйырға кәрәк. Портфель иҙәнгә ултыртыла.
✅4. Ир кеше бер ҡасан да эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың сумкаһын күтәреп йөрөмәй. Пальтоһын да раздевалкаға алып барыр өсөн генә ала.
✅5. Футболка һәм салбар (шорты) – өй эсендә кейеп йөрөргә иң уңайлы кейемдәр. Ә халат мунсаға йөрөргә, иртәле-кисле кейер өсөн кәрәк.
✅6. Балағыҙ үҙ бүлмәһендә айырым йоҡлай башлаған мәлдән үк янына шаҡып керергә ғәҙәтләнегеҙ. Һеҙҙең йоҡо бүлмәһенә инер алдынан ул да шаҡыр.
✅7. Ресторан-кафеға барғанда “мин һеҙҙе саҡырам” тиһегеҙ икән, тимәк, һеҙ түләйһегеҙ. “Әйҙә кафеға барып ултырып алайыҡ” тигән саҡырыу булһа, алған аҙығына һәр береһе үҙе түләй тигән һүҙ.
✅8. Барыһы алдында “мин диетала” тип һөрән һалыу, бигерәк тә хужабикә килтергән аҙыҡтан баш тартыу - әҙәпһеҙлек. Алдыңа ҡуйылған ризыҡты, хужабикәнең уңғанлығын маҡтау кәрәк, ә уны ашап бөтөү мотлаҡ түгел. Спиртлы эсемлектәр менән дә шулай уҡ: өҫтәл тултырып “мин эсмәйем!” тип белдермәһәң дә була. Һалһалар, ауыҙыңа ғына терәп кире ултыртырға мөмкин.
✅9. Официантмы, водителме, 12-һе тулған бала кешеме, офистарҙа, официаль урындарҙа, урамда “һеҙ” тип өндәшергә кәрәк.
✅10. Һигеҙ әйбер тураһында һөйләп йөрөү килешмәй: йәшең, байлығың, ҡылған доғаң, ҡулланған дарыуҙарың, мөхәббәт хәлдәрең, бүләктәрең тураһында, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙәрен, хурлыҡҡа ҡалғаныңды.

интернет селтәренән
Г. Салауатова

фото интернет селтәренән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас