АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
4 Февраль 2024, 10:50

БЫЛ БЕҘГӘ ҠАҒЫЛМАЙ...

Бер көн ферма хужаһы сысҡанға тип тоҙаҡ ҡуйған. Быны белеп ҡалған сысҡан тауыҡҡа, һарыҡҡа, һыйырға әйткән. Тик уларҙың барыһы ла: “Тоҙаҡ—ул һинең проблемаң, беҙгә ул ҡурҡыныс менән янамай”,--тигән. Бер аҙҙан тоҙаҡҡа йылан килеп ҡапҡан да ул фермерҙың ҡатынын тешләгән. Ҡатынын һауыҡтырыр өсөн барыһын да эшләргә әҙергә булған хужа тауыҡ һурпаһы бешерер өсөн тауығын салған. Унан сирлене күрергә килгән туғандарын һыйлап ҡайтарыр өсөн һарығын һуйған. Ә ҡатыны үлеп киткәс, уны ерләргә килгәндәрҙе ашатыр өсөн һыйырын да һуйып ҡуйған. Был мәлдә һарай тишегенән барыһын да күҙәтеп ултырған сысҡан “беҙгә ҡурҡыныс менән янамай” тигән әйберҙәр хаҡында уйланып ултырған.

БЫЛ БЕҘГӘ ҠАҒЫЛМАЙ...БЫЛ БЕҘГӘ ҠАҒЫЛМАЙ...
БЫЛ БЕҘГӘ ҠАҒЫЛМАЙ...

Әҙәп шунда: был бер ҡасан да беҙгә ҡағылмаясаҡ тип һауалы йөрөргә ярамай. Тормоштоң ҡайһы яҡтан килтереп һуғырын беҙ белмәйбеҙ.

 

Һүрәт: 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас