Миңә 20 йәш. Уҡыу йортонда дәрестәрем тамамланыу менән ҙур супермаркетта иҙән йыуыусы булып эшләйем. Күптән түгел эшемдә иҙән йыуып йөрөһәм, яныма бер оло йәштәге ир килеп: “Таҙалыҡ өсөн рәхмәт! Был эштең ни тиклем ауыр булыуын мин беләм, үҙем 20 йыл иҙән йыуҙым” – тип, минең алда башын эйҙе.
Уның маҡтау һүҙҙәре йөрәгемә ҡәҙәр үтеп инде, баш эйеүен әйтеп тораһы ла түгел...Күҙҙәремә йәш тығылды.
***
Метрола китеп барам, музыка тыңлайым, яныма бер ҡатын ултырҙы. Ипле генә итеп телефонымды һүндереп тороуымды үтенде, кардиостимуляторына ҡамасаулауын әйтте. Шул ваҡытта вагондағылар барыһы ла тиерлек телефондарын һүндергәне һиҙелде.
***
Реабилитация үҙәгендә 45 йәштәр тирәһендәге буйы ике мертға яҡын ир шөғөлләнә. Уға дауалау физкультураһы күнекмәләрен яһауы еңел түгеллеге, ныҡ ауыртыныуҙары һиҙелә. Әммә ул нисек кенә ҡыйын булмаһын, бер мускулы менән дә уны күрһәтмәй. Бөгөн уға ҙур этен алып килделәр, уны ике ҡулы менән ҡосаҡлап, ҡысҡырып илауын ишетеп, йөрәгем әрнене.
***
Мин бәләкәй саҡта өләсәйем баҙарҙан гел берәй тәмлекәс алып ҡайта ла, ҡуян ебәрҙе тип, миңә тоттора торғайны. Әле ул ҡартайып түшәктә ята, тороп йөрөмәй тиерлек. Хәҙер мин уға берәй тәмле ризыҡ алып барам да:”Өләсәй, быны мин ҡуяндан алып килдем”,- тип әйтәм. Ҡәҙерлемде ныҡ яратам.
***
Миңә табиптар рак диагнозы ҡуйғас, бесәйебеҙ гел минең өҫтөмдә йоҡлар булды. Унан ул ауырып китте, онкология булды. Бесәйебеҙ үлде, мин иҫәнмен, һауыҡтым.
Үҙем илайым һәм хайуанға рәхмәт әйтәм, минең бит ирем һәм балаларым бар...
***
Йәй көнө метронан сығып, эре йорт ихаталары аша үтеп барам. Атаһы менән ҡыҙы ултыра. 30 йәштәр тирәһендәге ир һәм 4-5 йәштәрҙәге ҡыҙ бала. Атаһының биреләнгәне һиҙелә. Был ир миңә ярҙам ит, тип өндәште. Баланың ни ғәйебе бар тип, уға табан атланым. Барһам, ир минән ҡыҙының сәсен икенән үреүемде үтенде. Ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙым. Сәсен үрҙем. Ҡыҙсыҡ хатта мине битемдән үбеп алды. Үҙе шул тиклем ҡыуана. Атаһы, оҙаҡ үрә алмай аҙапланғандыр, моғайын. Әсәһе командировкала икән.
***
Ҡоштарҙың, хайуандарҙың аҡылы юҡ, инстинкт менән генә йәшәйҙәр, тиҙәр. Күгәрсендәрҙе лә мин аҡыллы ҡош тип уйламаным. Яңыраҡ күрше подъезда йәшәгән бер ҡарсыҡ донъя ҡуйҙы. Ул һәр ваҡыт ҡарауһыҙ хайуандарҙы ашата торғайны. Уның ашарға килегеҙ тигән тауышына эргә-тирәләге бөтә берәҙәк эт, бесәйҙәр йыйыла торғайны. Күгәрсендәр ҙә ҡалышманы. Шулай мәрхүмкәйҙең подъездан табутын алып сығыуҙары булды, күктә бер өйөр күгәрсендәр хасил булды. Ҡарсыҡты алып киткәндән һуң да улар һауала өйрөлөп осоуын дауам итте.
Ул тиклем күгәрсенде күргәнем юҡ ине, хатта әбекәй уларҙы ашатҡан ваҡытта ла.
***
Магазиндан әйбер алып түләргә кассаға сиратта торам, терминал эшләмәүе хаҡындағы иғланға күҙ ҙә һалмағанмын. Ҡулаҡсам булмағанға һатыусы әрләшә башланы, минән артта торған ҡыҙ 100 һумын һуҙып: “Алығыҙ, аҙаҡ минең менән иҫәпләшер”, - тине. Ул түләп бөтөүгә янына барып, бурысты телефонына һалам тиһәм: “Һуңынан һин дә берәүгә ярҙам итерһең. Эшкә ҡабаланам” – тип магазиндан ҡабаланып сығып та китте.
***
Автовокзал. Касса янында сират.
-5 минуттан автобусым китә. Ике билет алырға рөхсәт итегеҙ инде,- тинем.
Кешеләр юл асты. Мин кассаға барып етеүгә тәҙрә аҫтында ике билет ята ла ине...
Ярҙам итеү менән изге кеше булып китмәйбеҙ.
Беҙ нормаль кешегә әүереләбеҙ.