Намаҙ тынысландыра
Алдымдағы табаҡ һымаҡ намаҙлығым һәм мин. Көн дауамында борсоған, икеләндергән, йәнгә тынғы бирмәгән һәр мәсьәләне шул ерҙә үҙем-үҙемә ипләп кенә һөйләй башланым. Һәм беләһегеҙме, шул намаҙлыҡта ултырып уртаҡлашҡан уйҙарым шул ерҙә бизмәндә үлсәнеп, ҡайһыһы бөтөнләй сүп булып төшөп ҡалды, бәғзеләренә дөрөҫ яуапҡа йүнәлеш табылды. Сөнки һин был һорауҙарың менән йәмғиәткә түгел, ә һине бар иткән Аллаһ алдына килдең. Ә унда инде үлсәмдәр башҡасараҡ.
Шәхсән үҙемдән сығып әйтәм, тороп йүгерәмен киске аш әҙерләргә, балаларҙы баҡсанан алырға һәм башҡаһына. Аяҡтар сабып йөрөһә лә, күңелдәге уйҙар тыз-быз болғанғандан ипкә килмәй бит әле. Шуға кисә балаларҙы йоҡлатҡас, йәстү намаҙын уҡып бөткәс, ырғып торманым - шул тубыҡланған килеш ултырыуымды белдем.
Алдымдағы табаҡ һымаҡ намаҙлығым һәм мин. Көн дауамында борсоған, икеләндергән, йәнгә тынғы бирмәгән һәр мәсьәләне шул ерҙә үҙем-үҙемә ипләп кенә һөйләй башланым. Һәм беләһегеҙме, шул намаҙлыҡта ултырып уртаҡлашҡан уйҙарым шул ерҙә бизмәндә үлсәнеп, ҡайһыһы бөтөнләй сүп булып төшөп ҡалды, бәғзеләренә дөрөҫ яуапҡа йүнәлеш табылды. Сөнки һин был һорауҙарың менән йәмғиәткә түгел, ә һине бар иткән Аллаһ алдына килдең. Ә унда инде үлсәмдәр башҡасараҡ.
Юҡ нәмәгә борсолған булып, булғанын ҡәҙерләмәүең ҡылт итеп иҫкә төшә. Ваҡытыңды буш нәмәгә сарыф итеүеңде лә төшөнәһең. Һәм тағы бихисап уйҙарыңды бизмәнгә һалып, һөҙөп алаһың. Ябай бер намаҙлыҡта ултырып һәм Раббыбыҙҙан ярҙам һорап.
Ошо килеш ултырып, уйҙарымды тағатып алғандан һуң, киске йоҡо алдынан телефонға тексәйәһе лә килмәне, яңылыҡтар тикшереү ихтыяжы ла тыуманы. Тыныс күңел һәм рәхмәтле йөрәк менән тәмле йоҡоға талынды. Намаҙлыҡ. Был "практика"ны артабан даими ҡулланырға ҡарар иттем әле.
(Гөлсәскә)