

Проект сиктәрендә мәктәптә һәм ҡаланың мәҙәниәт учреждениеларында 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға һәм үҫмерҙәр өсөн саралар циклы үткәрелде. Проект 12 июнь билдәләнгән Рәсәй көнөндә старт алды һәм 6 ай дауам итте. Ошо ваҡыт арауығында төрлө тематикалы 15 сара ойошторҙоҡ. Шулар араһынан ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының Хәрби дан залына экскурсия, «Рәсәй флагы көнө» флешмобында ҡатнашыу, «Мәңгелек ут», «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктарына» һәм башҡа тарихи урындарға сәскә һалыу, Һаулыҡ көнө, «Берҙәмлектә-көс» турслеты, «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы сиктәрендә «Ағас ултырт» экологик өмә , хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыу уҡыусыларҙың күңеленә бигерәк хуш килде.
Проектты тормошҡа ашырыуға 790 мең һум аҡса тотонолдо. Шуның 488 мең һумдан ашыуы грант буйынса яуланған сумма булып, ул аҡсаға музыкаль үҙәк, микрофон комплекты, ноутбук, уҡыусыларға хәрби форма (пилотка, гимнастеркалар), милли башҡорт бейеү костюмы, сәхнәне биҙәү өсөн баннер, фотозона материалдары һатып алдыҡ.
«Мин-патриот!» проектын тормошҡа ашырыу сәләмәтлек мөмкинлеге сикле уҡыусыларыбыҙҙың аралашыу даирәһен киңәйтте, социаль изоляция тойғоһон кәметте, йәмғиәттә гармониялы социализация үтеүгә, шулай уҡ уларҙың Тыуған илебеҙгә һөйөүен нығытты, илһөйәрлек тәрбиәләне. Ҙур күләмле эште тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләгән уҡытыусыларға, ирекмәндәргә, уҡыусыларыбыҙға, бағыусыларыбыҙға, мәғлүмәт партнерҙарыбыҙға, бер ваҡытта ла ярҙамынан айырмаған «Алға, Сибай» йәмәғәт ойошмаһына ихлас рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә бергә булайыҡ, бергә эшләйек!
Диана Йәнбәкова, Сибай коррекцион мәктәбе директоры.