

Социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егетте әсәһе өшкөрөп кеҫәһенә һалып ебәргән бетеү ҡотҡарып ҡалған, тигәнде уҡығас, доғаларҙың көсөнә тағы ла нығыраҡ ышандым.
Минең дә ирем өлөшләтә мобилизацияға саҡырылғандар исемлегендә бар ине. Хәрби комиссариат саҡыртҡас, китте был. Өс балабыҙ бар бит, саҡыртып, ғаилә хәлен белһәләр, кире ҡайтарырҙар ул, тип мин өйҙә тыныс ултырам.
Бер мәл ирем ҡайтып инде лә: “Әҙерлән, мине алып китәләр”, - тип шаҡ ҡатырҙы. Иңендә торлаҡ өсөн ипотека тора, ҡулымда береһенән-береһе бәләкәй өс бала...
Илаулап, әсәйемә шылтыраттым. Уным йәһәт кенә килеп етте. Башын да ҡалҡытмай, яуға әҙерләнгән кейәүен ҡәйнәһе ҡаршыһына ултыртып алып, бер мәл өшкөрә башланы. Ҡөръән-Кәримде асып, теҙеп сүрәләр уҡыны.
Бер мәл Үткәрмә Йәсинын сығарып алып иремде шуның аша үткәртә башланы.
Ирем был хәлгә бер аҙ аптыраһа ла ҡәйнәһенә ҡаршы төшмәне, ни ҡушһа, шуны үтәне.
Тәғенләнгән көндө хәрби комиссариат алдына туғандар, яҡындар иремде алғы һыҙыҡҡа оҙата барҙыҡ. Ир-егеттәрҙе исемлек буйынса саҡыртып индереп алып киттеләр. Беҙ торабыҙ аптырашып, бейемдең төҫө ҡасҡан, ҡайным да шым ғына ултыра. Туғандар ҙа башлыса йыйылышһа, береһенән-береһе уҙҙырып хәбәр һөйләй торғайны, был юлы һәр кем тик ауыр көрһөнөп кенә ҡуя.
Бер мәл танауы төшөп, ирем килеп сыҡты.
-3 балаң бар, алмайбыҙ. Малайҙарыңды үҫтер ҙә, шунан ҡарарбыҙ,--тип, баҡһаң, кире борғандар икән
-Ҡәйнәм туҡтамай өшкөргәйне, үткәрмәһенән үткәргәйне, шуның хикмәтелер, бына бит “не годен” тинеләр, - тип ирем, ауыҙ эсенән мыңғырланы.
Һуғыш булғас, ҡорбанһыҙ булмайҙыр ҙа, тик 21-се быуатта техника һуғышы заманында ир-егеттәребеҙҙең ҡырылыуына барыбыҙ ҙа ныҡ ҡайғырабыҙ. Социаль селтәрҙе асыр әмәл юҡ, унда йөк-200 алып ҡайтҡандар, бында яугирҙе ерләгәндәр, тип яҙып ҡына торалар.
Бер көндө ирем:
-Алғы һыҙыҡҡа ҡәйнәмде алып барып, ир-егеттәрҙе өшкөртөп, үткәрмәнән үткәреп алып ҡайтыу ҡыйбатҡа төшөр микән? – ти.
-Унда һине кем үткәрә?
-Барыуын барһаҡ, үтер инек әле. Изге эш менән йөрөгәнебеҙҙе белһәләр, берәү туҡтатмаҫ, - тигән була.
Их, Үткәрмә Йәсин генә ҡотҡара ала торған эш түгелдер был ҡан ҡойош...Аҡса көҫәй, ҡорбан көҫәй был афәт...Бөтә Ер шарын үткәрмә йәсиндән үткәрергә кәрәктер, моғайын. Ҡара уйлы, ҡара эсле, мәкерле мөртәттәрҙән таҙарынһаҡ, бәлки донъяла тыныслыҡ урынлашыр...
Бармы икән ундай күләмдәге Үткәрмә Йәсин?! Бар, мин беләм ул да булһа, Алла Тәғәләғә доға ҡылыу, унан һуғыш туҡтатыуҙы һәр кем ялбарып һораһа, ул һис шикһеҙ, беҙҙең доғаға яуап бирер.
Мин быға ышанам! Тик һорайыҡ барыбыҙ ҙа! Һуғыш миңә ҡағылмай, тип ултырмайыҡ!