

Урамда салют ата башлайҙар,тирә яҡ шау-шыуға күмелә.Бесәй ипләп кенә ҡумта эсенә ырғый һәм яңы тыуған баланы күрә. Бала ныҡ итеп өшөгәнгә һәм салют тауышынан ҡурҡып ҡалтырап илай икәнен аңлап, бесәй уның эргәһенә ятып йылыта башлай. Мырылдап тынысландырыу тулҡындарын бүлә башлағас, бала бер аҙ тыныслана. Бесәй коробканан сығып, был подъездғы берҙән-бер байрам итмәгән ғаиләнең ишеген тырнай башлай. Был ғаилә кисә генә дауаханала бер ҡасан да балалы була алмаясаҡтарын ишетеп, ныҡ ҡайғырып ултырған була. Ишекте асып ебәрәләр, ә унда бесәй мыяулай икән. Бесәй бер баҫҡыстан йүгереп менә, бер төшә, ти. Ахыры артынан эйәреп төшһәләр, ҡумта эсендәге баланы күреп, ҡурҡып китәләр. Тиҙ арала тиҙ ярҙам саҡырып, баланы йылы юрғанға төрөп дауаханаға оҙаталар. Ә бесәй йәшәргә уларға күсә. Күпмелер ваҡыттан был ғаилә ташландыҡ баланы үҙҙәренә ала.
Сәйер донъя төркөмөнән.
Фото интернет селтәренән