АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
23 Ноябрь 2023, 06:10

Әсәй йылыһы--ҡояш йылыһы

Үҙҙәренә өс кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, "Ҡояшҡай" төркөмө тәрбиәсе апайҙары менән берлектә бик матур кисә әҙерләгәндәр.

Әсәй йылыһы--ҡояш йылыһыӘсәй йылыһы--ҡояш йылыһы
Әсәй йылыһы--ҡояш йылыһы

Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ байрамы, изге байрам - Әсәйҙәр көнө яҡынлаша.💜🌺 Ошо уңайҙан, йола буйынса, һәр ерҙә лә төрлө матур саралар, йөкмәткеле кисәләр уҙғарыла.
Ҡалабыҙҙың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында ла "Әсәй йылыһы - ҡояш йылыһы" исемле сағыу, күркәм сара ойошторолдо. Үҙҙәренә өс кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, "Ҡояшҡай" төркөмө тәрбиәсе апайҙары менән берлектә бик матур кисә әҙерләгәндәр. Улар ҡәҙерле кешеләрен ҡотлап йырланылар, бейенеләр ҙә, хатта шиғырҙар ҙа һөйләнеләр.
Балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре, тәрбиәселәребеҙ Солтанова Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙы һәм Япанова Эльвира Фаяз ҡыҙының кисәне күңелле, йөкмәткеле итеп алып барыуҙары, музыкаль яҡтан сараны биҙәүсе Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙының көй-моңдары - барса әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Бигерәк тә балалар менән берлектә оригами эшләп ҡарау, уйындар уйнау һәм ритайым барыбыҙға ла байрам кәйефе бүләк итте.
Ошо уңайҙан, барлыҡ ата-әсәйҙәр исеменән етәкселеккә, яратҡан тәрбиәселәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, сабырлыҡтар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Беҙҙең балаларға һалынған көс-хеҙмәттәренең емешен күреп, улар киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ!

"Ҡояшҡай" төркөмө ата-әсәләре исеменән Мөхәмәтйәнова А.Б.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас