АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
16 Ноябрь 2023, 12:00

Ул бит алтынсыға бала тапты...

-Сабыйығыҙ тыуҙымы, ағай? – тип һораны һатыусы. -Эйе! – тине был. -Улайһа бына ҡатынығыҙға гөлләмә алығыҙ! Открытка, шарҙар ҙа бар! – һатыусы тауарҙарын тәҡдим итте. -Ниндәй гөлләмә?ә Ниндәй открытка?! Алтынсы балабыҙ тыуҙы. Уға ниндәй сәскә тағы? – тип яуалап ир, бутиктағыларҙы шаҡ ҡатырҙы...

Ул бит алтынсыға бала тапты...Ул бит алтынсыға бала тапты...
Ул бит алтынсыға бала тапты...

Әхирәтемдең алтын юбилейына 51 роза ҡуйҙырып букет эшләтергә сәскә бутигына индем. Ҡаршыла ғына бала табыу йорт икән, бәпестәрен ҡарыша ала килгән ир-егетәр, олатай-өләсәйҙәр ингеләп сығып тора.

Бер мәл йән-фарман оло ғына ир килеп инде лә: “Миңә тиҙ генә пакет бирегеҙ әле!”—тине.

-Сабыйығыҙ тыуҙымы, ағай? – тип һораны һатыусы.

-Эйе! – тине был.

-Улайһа бына ҡатынығыҙға гөлләмә алығыҙ! Открытка, шарҙар ҙа бар! – һатыусы тауарҙарын тәҡдим итте.

-Ниндәй гөлләмә? Ниндәй открытка?! Алтынсы балабыҙ тыуҙы. Уға ниндәй сәскә тағы? – тисе ир йораты.

-Тем более, алтынсыға әсәй булған! Кемгә эләгә ул әле ундай бәхет! – тип көсләшә һатыусы.

-Ундай бәхеттәр мин дә өй тулы! Йәһәт кенә пакет бир ҙә, бисәнең әйберҙәрен тултырам да, алып ҡайта һалам!

Бына һиңә мә! Ҡайҙа яҙылған ул алтынсыға бала тапҡан әсәгә гөлләмә бүләк итмәҫкә тип! Тулғаҡ тотҡанда йәнең ҡырҡҡа ярылырҙай булып, бөтә тарамыштарың тартышып, күҙең атылып сығырҙай булып бала табаһың. 40 көн буйы ике аяғыңдың береһе ҡәберҙә тора, организм шул тиклем ҡаҡшай...тулғаҡ ғазаптары өсөн бер гөлләмә түгел, мерседес алып бирергә тейеш ул ир!

Кит, был хәтлем дә түбән төшөргә ярамай...

фото интернет селәтәренән

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас