АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
16 Ноябрь 2023, 06:10

Бала саҡ эҙҙәре буйлап

Балалар баҡсаһына балалар яҙыусыһы килде...

Бала саҡ эҙҙәре буйлапБала саҡ эҙҙәре буйлап
Бала саҡ эҙҙәре буйлап


Балаларға әхлаҡ ҡағиҙәләре , изгелек, яҡшылыҡ , дуҫлыҡ,ихтирамлылыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә әҙәби әҫәрҙәрҙең әһәмиәте бик ҙур. Шуға күрә лә беҙ балаларҙы рухи яҡтан бай итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ошо маҡсат менән “Толпар ”балалар баҡсаһында туған телебеҙҙә театр эшмәкәрлеге эшләй. Унда балалар тыуған еребеҙҙең, районыбыҙҙың билдәле шәхестәрен өйрәнәләр , уларҙың тормош юлы, ижады менән танышалар, әҫәрҙәрен сәхнәләштерәләр.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп баш ҡалабыҙҙан яҡташыбыҙ, Билал ауылы ҡыҙы,балалар яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафинаның тыуған яҡтарға ҡайтыуы ,"Толпар" балалар баҡсаһында " Бала саҡ эҙҙәре буйлап... " исемле осрашыуға килеүе тәрбиәселәр, балалар өсөн оло байрамға әүерелде.
Тыуған яҡ , тыуған йорт , бала саҡ... Был һүҙҙәрҙә күпме мәғәнә, тормош асылы ята. Һәр кем күпме , нисек тормош юлын үтеүенә ҡарамаҫтан бөтә уйҙары менән тыуған йортона, бала сағына әйләнеп ҡайта.
Гөлнара Дамир ҡыҙы ла бала саҡ хәтирәләре менән бүлеште. Кескәйҙәрҙе ҡыҙы Гүзәлдең иң яратҡан уйынсығы маймыл Нил менән таныштырҙы. Ижад юлының да тап бала саҡта башланыуы , мәктәп йылдарында газета- хурналдарға яҙышыуын һөйләне. Юғары уҡыу йортон тамалағас тәрбиәсе, уҡытыусы булып эшләгәндә балалар психологияһын өйрәнеүен әйтте. Шуға күрә ниндәй өлкәлә яҙышһа ла яҙыусы иң актуаль темаларҙы күтәрә алыуы менән һоҡландыра. Яҙыусының теле бай, уҡымлы.
Ошо сарала шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙ, режиссер, Башҡортостан кинематографистары етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың булыуы байрамға йәм өҫтәне. Ул Гөлнара Дамир ҡыҙының "Өс теләк" исемле әкиәтен еткерҙе.Әкиәттәге төп герой Радмирҙың бер көнө, уның мажаралары аша изгелек төшөнсәһен бик еңел, аңлайышлы, иҫтә ҡалырлыҡ итеп һөйләне,.Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.
Гөлнара Мостафинанаң “Айыухан төҫтәр өйрәнә” әкиәте уҡырға еңел, аңлайышлы. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары менән малайҙары әҫәрҙе сәхнәләштереп (Иҫәнбаев З, Зәйнуллина М, Сәфуллин А, Ғәлимова Амелия , Иҫәнбаев Арслан) үҙ ролдәрен бик яҡшы башҡарҙылар. Геройҙарҙың ярҙамсыл , итәғәтле , дуҫ булыуҙарын , тамашасыларға күрһәттеләр.
"Хәйерле иртә! " китапсығындағы шиғырҙар бәләкәстәргә һүҙ байлыҡтарын арттырыуға булышлыҡ итә. Аҡбулатова Лилиә менән Шәйәхметова Айсель яттан һөйләгән шиғырҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.Һәр сығыштан һуң Гөлнара Дамир ҡыҙы балаларға осрашыуҙан яҡты иҫтәлек итеп китаптарын бүләк итте.Ҡунаҡтарға бүләк ителгән "Толпар" балалар баҡсаһының символы- даға Баймаҡ ерлегендә үткән осрашыуҙы оҙаҡ йылдар хәтерләтеп торор әле тигән ышаныстабыҙ. Даға борон борондан ишек башына, тупһа аҫтына ҡағып ҡуйылған.Ул йортҡа тыныслыҡ, бәхет өләшеп тора тип ышанғандар.
Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафинаның “Бала саҡ эҙҙәре буйлап ...”исемле ижад кисәһе “Йәш әлибаевсылар ”исемен йөрөткән мәктәпкә әҙерлек төркөмөнөң "Ҡояшлы ил" йыры менән тамаланыуы һәр кемдең күңелендә йылы хәтирә булып һаҡланыр .
Көҙ айының алтынға мансылған сентябрь айында алтын билдәләүсе яҡташыбыҙ Гөлнара Мостафинаға ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен- һүрелмәһен, ҡыл ҡәләмегеҙ яҙыуҙан туҡтамаһын.

 

Гөлсинә Зәйнуллина, "Толпар" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас