

Көҙ кешенең ауырыуы ҡалҡа бит инде, кемдер тәбиғәт менән ҡуша һарыға һабыша, депрессиянан сыға алмай йонсой. Бер мәл минең ир ҙә ятып ауырырға булып китте: ҡан баҫымы түбән, хатта тән температураһы ла 36 градусҡа етмәй...
-Мөлкәтемде һәр кемегеҙгә тигеҙ бүлеп аманат яҙҙым. Күҙем йомола ҡалһа, көн йылы булһа тыуған ауылыма алып барығыҙ. Ҡыш булһа, йонсомағыҙ, бында ҡуйырһығыҙ. 3-сөмдө, 7-еһе, 40-ырҡымды, йыллығымды уҡытма, туғандарыма был хаҡта белгертеп яҙғанмын. Ҡөрьәндә юҡ нәмә менән булышмағыҙ, гонаһҡа батмағыҙ,--ти был йоҡларға ятырға йөрөгәнебеҙҙә. –Ысын, тағы бер васыятым бар, кейәүгә сыҡма! Теге донъяла минең менән бергә булырға теләһәң, никах яңыртма! Кеше баҡыйлыҡта аҙаҡҡы ире менән була...
-Кит, ятма, бушты һөйләп! – үҙем хафаға төшһәм дә, белдермәҫкә тырышам.
-Кеше ҡыҙыҡ инде ул. Иртәме-һуңмы барыбер һәр кемебеҙ шунда була. Мосолмандың яҫтығы аҫтында аманаты ятырға тейеш. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡотолоп булмай бит. Үлемдән әй ҡурҡҡан булабыҙ, ул бит киләһе донъяға ишек кенә. Ислам динен өйрән, шунда барыһы ла еңел бирелер. Минең юҡлыҡҡа ла ҡайғырмаҫһың...
Самый йәшәй башлаған мәлдә тол ҡалғы килмәй бит инде, иртәгеһен эштән ҡайтышлай, нишләптер иремә “Ағиҙел” бальзамы һатып алып эсерһәм, ул тереһыу кеүек уға көс-дәрт бирер кеүек тойолдо. Алып ҡайтып:
-Бына һиңә дарыу алдым! Эс! – тием.
-Ниндәй дарыу булһын, ағыу ҙаһа! Араҡы бит был! – тип ирем миңә екерә.-Эскелектән саҡ ҡотолоп, иманға килеп, саҡ кешесә йәшәп алып киттек. Ә һин мине шул һаҙлыҡҡа кире батырырға уйлайһың! Булмаҫ!
-Һин уға спиртлы эсемлек тип түгел, дарыу тип ҡара! Ана бит әллә нисәмә төрлө үләндән яһалған, көс-дәрт өҫтәй тип яҙылған! – мин һаман үҙемдекен тылҡыйым.
-Әллә кем һиңә дарыу эшләйем тип үлән йыйып йөрөй ти! – ирем ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Бер мәл ат хаҡына һатып алған бальзамымды түгергә булып китте. Саҡ тартып алдым:
-Үҙем сәйемә ҡалаҡлап һалып эсәм! Әсәйемә эсерәм! Эшкә адып барып ҡыҙҙарға эсерәм! Шифаһы тейер!
Ирем мине еңә алмаҫын аңлап, ҡулын һелтәп, һөйләнә-һөйләнә сығып китте. Бальзамды ҡышҡы итегемдең ҡуңысына алып барып тығып ҡуйҙым.
Бер нисә көндән быным тағы “шайтан һыуын” иҫкә төшөрҙө. Эшкә алып китәм тинең дә, алып китмәнең бит шуны. Ул өйҙән сыҡманы, - ти.
-Ҡайҙан беләһең?
-Төнө буйы һаташып сығылды, намаҙ уҡығанда ла яңылыштыра. Өйҙә хәрәм бар.
-Юҡсы...билләһи...
-Төшөм ныҡ боларҙы, баҫлығып бөттөм. Сүрә, доғалар ятлап ҡына ҡотолоп ҡалдым. Эштән ҡайтһам, солан емерексе. Илай-илай шуны тергеҙеп йөрөйөм имеш, тағы беләм: мин төҙөгән соланды һин емергәнһең. Уны шылдырам, быға ҡағылып йөрөһәм, өйгә иҫерек ирҙәр, эскесе ҡатындар бер-бер артлы инә башланы. Һеҙ кем ул? Бында нимә эшләйһегеҙ? – тиһәм, ауыҙҙары ла ҡыйшаймай:
-Беҙҙе һинең ҡатының саҡырҙы! – тип тороп өйгә үтәләр...
Бер ҡараһаң кеше кеүектәр, бер ҡараһаң, ен-пәрейҙәр, береһенән-береһе ҡурҡыныс шайтандар - бөтәһе лә лаяҡыл иҫерек.
-Кит, кеше ҡурҡытма әле! – тим.
-Бир теге шешәңде, шуны үҙ ҡулдарым менән түкмәйенсә, тыныслана алмайым! – тип ялбарғас, итек ҡуңысынан теге бальзамды һөрәп сығарҙым.
Бөгөн барыбыҙ ҙа тыныс йоҡланыҡ. Ирем дә баш ҡалҡытып килә. Хәрәм этә тиҙәрме әле?
Фото интернет селтәренән