АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
18 Октябрь 2023, 09:20

Имсенең ҡулы ипле

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында йәшәгән Ғәйнихаят Ғәлимйән ҡыҙы Хөсәйенованың ҡапҡаһы алды бер ваҡытта буш булмай. Инәйгә эргә-тирәлә йәшәүселәр генә түгел, ҡырҙан да ҡот ҡойҙорорға, өшкөрөлөргә, тел-теш ҡырҡытырырға киләләр.

Имсенең ҡулы иплеИмсенең ҡулы ипле
Имсенең ҡулы ипле

-15 элек ирем ауырып гүр эйәһе булғас, ныҡ ҡайғырҙым. Минең илаулап йөрөүемде күргәс бер диндар күңел тыныслығы табыр өсөн дини китаптар уҡы, намаҙға баҫ, шунда күңелеңә еңеллек килер, тип кәңәш итте. Ысынлап та, шулай булды,--ти Ғәйнихаят Хөсәйенова.

Ғәнихаят Ғәлимйән ҡыҙына айырыуса бәләкәй балаларҙы ҡот ҡойҙорторға күпләп алып киләләр. Беҙ барғанда ла ул бер балаға ҡот ҡоя ине.

-Элек-электән башҡорттар ауырып китеү менән барыһы ла имсегә барған. Кешегә уның йәшәү көсөн ҡайтарыуға бәйле дауалау йолаһы «Ҡот койоу» тип атала. Уны түбәндәгесә атҡарам: кешене ултырғысҡа ултыртам һәм башына яулыҡ ябам. Артабан һауытҡа һыу тултырып, уны ауырыуҙың башы өҫтөндә тотоп, иретелгән ҡурғаш ағыҙам. Шунда төшкөн ҡурғашты, үҙҙәренә биреп ҡайтарам,--ти ҡатын.

Нимә ул «ҡот»? Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙарына ярашлы,

йәшәре аҙ ҡалған кешенән ҡот китә. Ныҡ ҡурҡһа ла кеше «ҡот»он юғалтыуы ихтимал. Яман ҡылыҡтар ҡылып, кире хистәр таратып, кеше йәшәү көсөн, энергияһын юғалта ала, шуға ла үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре бөгөн дә ҡотто һаҡлауға йүнәлтелгән, өлкәндәр был ҡанундарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһимлеген иҫкәртеп тора. Башҡорттар иҫәпләүенсә, ҡот йәнһеҙ әйберҙәрҙә лә була. Был турала бәхетһеҙ урындар, йорттар һ.б. һөйләй. Ошо хаҡта мәҡәлдәр,әйтемдәр байтаҡ. «Мейескә ут керҙе – өйгә ҡот керҙе», «Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ», «Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ», «Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот» һәм башҡалар.

-Им-томдо тәһәрәтләнеп, доғалар уҡып башҡарам. Был һәләт миңә нәҫелдән бирелмәгән. Башта үҙ балаларымды бағыр өсөн генә тотонғайным, башҡалар ҙа ярҙам һорап килә башлағас, кире бороп сығарманым. Шулай итеп тирә-яҡҡа имсе тигән даны таралды,--ти Ғ.Хөсәйенова.

Ғәйнихаят Хөсәйенова 1951 йылда Билал ауылында тыуған. Атаһы Ғәлимйән Сирусин бик иртә донъя ҡуйғас, әсәһе Ғәффә береһенән-береһе бәләкәй 7 бала менән тол ҡала. Шуға ла Ғәйнихаят бик тиҙ ҡул араһына инеп фермаға һыйыр һауырға сыға. 7-се класта уҡығанда күрше Күгиҙел ауылы егете Хәйретдин Хөсәйенов менән хат алыша башлайҙар. Үҫмерҙәр араһында мөхәббәт уты ҡабына. Егетен армиянан көтөп алғас ҡауышып, матур итеп йәшәп китәләр. Ире ауыл хужалығында механизатор булып эшләй. Ғәйнихаят Ғәлимйән ҡыҙы алдынғы һауынсы була. Йорт һалалар, бер-бер артлы өс балары тыуа. Илсур улы Себерҙә эшләй, Гөлнәриә ҡыҙы, Илнур улы ғаиләләре менән Магниторск ҡалаһында тора. Әсәһенең дә донъяһын ялт иттереп тоталар. Гөрләтеп баҡса үҫтергән, ишле итеп мал тотҡан ҡәҙерлеләренә туҡтауһыҙ ярҙам итәләр, күмәкләшеп килеп бесән эшләшеп, утын әҙерләп биреп китәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре каникулдарын өләсәйҙәре янында үткәрергә ярата.

 

Ғәйнихаят Ғәлимйән ҡыҙы беҙҙе тәмле сәй менән һыйлап, төрлө кәңәштәр бирҙе. Шулай уҡ Мөжәүир хәҙрәттең кәңәштәрен иҫләтте. Әүлиә төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут (Иван чай) үләнен (уға мәтрүшкә һәм артыш ҡушырға) ҡулланырға кәңәш биргән. Ыҫлар алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ, тигән.

Өйөгөҙҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле ыҫлағандан һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр,--тип тә өҫтәне имсе.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас