

Мәктәпкәсә йәштәге учреждение хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр, тәрбиәләнеүселәр көсө менән әҙерләнгән сарала өҫтәлдәр көҙгө муллыҡтан, тәм-томдан, консерваланған ризыҡтан һығылды.
Балалар уңыш байрамына килгән ата-әсәләрҙе, һатып алыусыларҙы йырлап-бейеп ҡаршы алды. Унан инде ысын сауҙа башланды. Рәттәргә теҙелгән аҙыҡ-түлек өҫтәлдәренә шундуҡ сират теҙелде: татлы бәлештәр, өсбосмаҡ, картуф, кәбеҫтә пирожкилары, ҡоймаҡ, май икмәк, һалма һәм башҡа он ризыҡтарын бик тиҙ һатып алдылар. Ҡымыҙ, кәзә һөтө, бал, йәшелсә-емеш тә ҙур һорау менән ҡулланды. Хатта этнокейем дә һатылды.
-Йәрминкәгә алдан әҙерлек алып барҙыҡ. Тәрбиәселәр балаларға көҙгө муллыҡ хаҡында әңгәмәләр үткәрҙе, бергәләшеп баҡса яны участкаһында уңыш йыйҙы. Ата-әсәләр ҙә беҙҙең тәҡдимде хупланы һәм һәр ҡайһыһы дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ҙур рәхмәт барыһына ла!--тине “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы мөдире Розалия Иҙрисова.-Хеҙмәткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, эшһөйәрлеккә, финанс грамоталылығына өйрәтеү маҡсатында уҙғарылған саранан йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеп ебәрергә ҡарар иттек. Донъяла, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыбыҙға ла аяҙ күк аҫтында йәшәргә яҙһын!
Әйткәндәй, бәләкәстәргә һатыу итеү эше оҡшаны. Башта улар тауарҙы оҫта итеп өҫтәлдәргә теҙҙе, унан инде ысын һатыусылар кеүек сауҙа итте.
-Төркөмөбөҙҙә ике йыл рәттән финанс грамоталылығы буйынса дәрестәр уҙғарабыҙ. Кескәйҙәргә нимә ул аҡса, уның әйләнеше, ҡиммәте, асылы тураһында аңлатабыҙ. Ҙурыраҡ йәштәгеләргә уны һанарға, нисек итеп тоторға ла өйрәтәбеҙ,--ти тәрбиәсе Разифа Хөрмәт ҡыҙы.
Шулай уҡ бында мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға биреү өсөн яҡшы тороштағы әйберҙәр ҙә ҡабул ителгән өҫтәл эшләне.
Мәктәпкәсә йәштәге учеждение хеҙмәткәрҙәре матур башланғыс алған көҙгө йәрминкәне йыл да үткәрергә иҫәп тота.