АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
25 Август 2023, 08:00

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Йәмле йәй көнөндә Хәйбулла районының хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Йәнтеш ауылында Ултыраҡовтар йыйыны үтте. Сараны быйыл 20 йыллыҡ эшмәкәрлеген билдәләгән “Иҙрис” мәсетенең имам-хатибы Ғәли Ғилметдин улы Ултыраҡов зат-ырыуын берләштереү, таныштырыу маҡсатында уҙғарҙы. Йыйынға Ейәнсура, Күгәрсен, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Ҡазан, Белорет, Гай, Орск, Сибай, Сара ҡалаларынан Ултыраҡовтар килде. 

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмерБер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Йәмле тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән сараны Ғәли Ғилметдин улы асып, балаларыбыҙ, йәштәребеҙ бер-береһен танып белһен, артабан аралашһын, туғанлыҡ ептәрен дауам итһен өсөн уҙғарабыҙ, тине. Ул шулай уҡ донъя мәшәҡәттәренән арынып, йыл да осрашып торорға өндәне.

Үҫәргән ырыуының, Ултыраҡ (Олотораҡ) нәҫеленең килеп сығышы, зат-ырыуҙың тамғаһы, ораны һәм башҡа хәлдәр тураһында Ҡазандан килгән ҡунаҡ Ултыраҡова Рәйсә Хаммат ҡыҙы бәйән итте. Уның сығышында тоҡомға бәйле бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр яңғыраны. Ревизия сказкаһы мәлендә Ултыраҡовтар фамилияһы үҙгәртеп яҙылған. Яҙып алыусы рус милләтенән булып ул Олотораҡ һүҙен нисек ишетә шулай яҙған һәм шуға ла затыбыҙ Ултыраҡҡа әйләнеп киткән. Олотораҡ Бикйән улы старшина булған. Был дәрәжәне ул Рәсәй сиктәрен ҡырғыҙ-ҡайсаҡ баҫҡынсыларынан һаҡлау өсөн төҙөлгән казак полкында намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн яулаған. 1798 йылда Башҡортостанды кантондарға бүләләр һәм идара итеүҙең казак системаһын индерәләр. Шул осорҙа башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре булдырыла. Бикйәндең улы Олотораҡ иһә Олотораҡ ауылына нигеҙ һала. Ул ауыл Бикбау ауылынан аҙ ғына өҫтә урынлашҡан була һәм Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән волосына ҡарай. Рәйсә Хаммат ҡыҙы шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ла Ултыраҡовтарҙың батыр улдары ҡатнашыуын һөйләп китте.

-Сығышымды әҙерләгәндә тарихи документтарҙы бик күп өйрәндем,--тине Рәйсә Ултыраҡова.-Ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын йәш быуын белһен һәм ғорурланһын өсөн тырыштым.

Сығышы һуңында ул һорау-яуап конкурсы ла ойошторҙо. Һорауҙарға Бүребай ҡасабаһынан Розалия Мәүлетдин ҡыҙы Ишкилдина, Атингәндән Гөлсимә Мөҙәрис ҡыҙы Ултыраҡова тулы һәм аныҡ яуап бирҙе.

Рәйсә ханым үҙенең ҡартатаһы Ултыраҡов Сөләймән Муса улы тураһында ла һөйләне. Ул указлы мулла булған. Ҡөрьән буйынса судтарҙы алып барыу хоҡуғына эйә булған. Мәсеттә балаларға дини һабаҡ биргән. Дини белемде Бохарала алған. Аҡъегет, Урыҫбай ауылдарында мәсет һалдырған. 1931 йылда Үзбәктәстанға ебәрелгән, шул ваҡытта Хаж ҡылған. 1960 йылдарҙа ғына тыуған яғы--Урыҫбай ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Ул ошо ауылда ерләнгән. Ауылдаштары уны аҙ һүҙле, аҡ һаҡаллы бабай булды, ауырығандарҙы өшкөрөп дауаланы, тип хәтерләй.

Йыйындың төп өлөшөнән һуң мул табын ҡоролдо. Милли ризыҡтар тулы ашъяулыҡ артында һәр кем үҙе менән таныштырҙы, күңелле итеп аралаштыҡ. Күмәкләшеп фотоға төштөк.

Унан инде төрлө ярыштар уҙғарылды. Йүгереп, уйнап, тәнде яҙып алғас, күмәкләп Һаҡмарҙа һыу индек. Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылынан килгән Ултыраҡов Сәмәрхан гармунда уйнап йыр йырланы. Арабыҙҙа иң өлкәне булған Ултыраҡова Мәстүрә апай шиғыр ятланы. Ул сараға Йылайырҙан килгән ине. Сараны Зөлфиә Ғилметдинова менән Миңзәлә Бураншина йәнле итеп алып барҙы.

-Беҙ ғаиләлә 15 бала үҫтек: 12 малай һәм 3 ҡыҙ. Мин 14-се бала. Ҙурайғас, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Туғандар менән күрешеп, аралашып йәшәүгә бер ни етмәй. Баш һалынды, артабан да ошолай йыйылышып, бер-еберебеҙҙең хәлен белешеп торайыҡ,--тине йыйынды йомғаҡлап Ғәли Ултыраҡов.

Туғандарға күрешеү, аралашыу мөмкинлеге биргән йыйынды ойоштороусылар Ғәли Ғилметдин улына, уның ҡыҙҙары Айгизә һәм Ғәлиәгә, улы Ғәлимгә ҙур рәхмәт! Айгизә Бәйләнештә социаль селтәрендә төркөм төҙөп, сараға әҙерлек барышын, йыйынды сағылдырып барҙы. Ғәлим аҙыҡ-түлек хәстәрләне, ҡорбан салыуҙа ла алдан йөрөнө. Шулай туғандарҙы йыйып, ҙурлап, осраштырып ҡыуандырыуҙары уларҙың үҙҙәренә меңләтә сауап булып ҡайтһын. Йыйын барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны.

Роза Ултыраҡова.

Төйәләҫ ҡасабаһы.

 

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас