АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Тәрбиә
23 Июнь 2023, 07:11

Иманлы бала - тәрбиәле бала

Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетендә йыл һайын балалар өсөн лагерь ойошторола. Ислам дине тәрбиәһе нигеҙҙәрен өйрәтеүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш иткән лагерға уҡыусылар бик теләп йөрөй.

Тәҡүә мәсетендә йыл һайын йәй көндәре мосолман балалары өсөн көндөҙгө лагерь ойошторола. Бындай ҡыҙҙарға һәм малайҙарға айырым-айырым ойошторола. Диндарҙар балаларға дини һабаҡ бирә, ислам тәғлимәтен өйрәтә, әҙәпле, тәртипле, белемле булыуҙың өҫтөнлөктәрен аса.

Лагерҙа балалар ял итеүҙән тыш күберәк ваҡытын динде өйрәнеүгә бағышлай. Пәйғәмбәрҙәрҙең тормошон, тарихыты өйрәнә, ғәрәп алфавитын үҙләштерә. Шулай уҡ әхлаҡи һәм этика дәрестәре, намаҙ уҡыу тәртибе лә алғы планға ҡуйыла. Дәрестәрҙән тыш төрлө оҫталыҡ кластары, тематик конкурстар һәм викториналар уҙғарыла. Балалар тышҡа сығып саф һауала ла күнекмәләр яһай, йүгерә, уйнай.

Спорт ярыштары, уйындар, дәрестәр менән аралаштырып ойошторолған ял һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Балалар Ислам тәғлимәтен бик теләп өйрәнә, дәрестәрҙә теләп ҡатнаша. Уҡыусылар бында рухи яҡтан үҫеш ала, тормош һабаҡтарын үҙләштерә, яманды яҡшынан айырырға, иманлы булырға өйрәнә.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас