

Күп кенә балалар йәйге каникулын файҙалы уҙғарырға тырышып, ваҡытлыса эшкә урынлаша. Бәлиғ булмағандарҙың мәшғүллегенә бәйле ҡәтғи закондар бар, уға ярашлы йәштәрҙең эш ваҡыты сикле һәм документтар менән дә бик теүәл эш итеү зарур. Закондар талаптары һуңғы арала ярайһы уҡ йомшартылды, шуға ла эш биреүселәр үҫмерҙәрҙе үҙ ойошма, предприятиеларына ҙур теләк менән эшкә ала башланы.
Үҫмерҙәр йәйге осорҙа ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән сығышмай. Интернет селтәре аша ла вакансиялар табырға мөмкин. Әммә эш биреүселәрҙең рәсми рәүештә хеҙмәткә алмауы ҡыҙҙар-егеттәрҙең алданыуына килтереүе ихтимал. Шуға күрә эшкә закон талаптарын үтәп урынлашыу һәр кем өсөн отошло.
Былтыр йәйге каникул осоронда халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша 200-ҙән ашыу 16-17 йәшлектәр эшләп матди хәлен яҡшыртҡан. Бәлиғ булмағандарҙың эш ваҡыты уларҙың йәшенә бәйле. Мәҫәлән, 16 йәшкә тиклемге балалар аҙнаһына 24 сәғәттән дә күберәк эшләргә тейеш түгел. 16-18 йәшлектәр иһә аҙнаһына 35 сәғәттән дә артыҡ хеҙмәт алмай.