

Бәлки, дөрөҫ тә әйтәләрҙер. Улар өйрәтмәһә, кем өгөт-нәсихәт уҡый ҙа, дөрөҫ юлға баҫырға өндәр. Һәр кем балаһына, ейәненә тик яҡшылыҡ теләй, ожмахта улар менән бергә булғыһы килә инде. Үлгәндән һуң үҙҙәренә бағышлап доға уҡырлыҡ нәҫел ҡалдырғыһы килә, балаларҙы бит Аллаһ Тәғәлә шуның өсөн бирә.
Ауылдарҙа ғына ҡалды инде ундай иманлы ололар. Улары ла үлеп бөтөп бара. Ә бына улар эҙенә баҫыусы совет заманы кешеләре - 60-70 йәшлек әбей-бабайҙар араһында бер сүрә лә белмәгәндәр күп ул. Улар өсөн Аллаһ ла юҡ, мулла ла юҡ. Олатаһы менән өләсәһе ярар әле, әрләнһә лә дәғүәт эшләүҙән туймай.
Ҡайтышлай юлда оҙаҡ уйланып барҙы. Бына дин тотҡан кеше лә шул уҡ йәшәй, дин тотмағаны ла. Һин Аллаһты эшкә һынаймайһың тип, иманһыҙ бер әҙәмде лә Тәңре Ер шарынан сығарып ырғытмай ҙа. Ә бит уның ҡөҙрәте киң, бул тиһә – була, булғанды юҡ итеүе лә уның өсөн бер ни тормай, тиҙәр...Юҡ, ваҡыт юҡ минең, улайтып дин, Аллаһ уйлап ултырырға, таң ата ла кис була, башҡаларҙан кәм-хур йәшәмәйем тиһәң, көнө-төнө сабырға кәрәк. Ҡулымдан килгәндә Алыҫ Себергә йөрөп мул аҡса табам әле...Бында 20 меңгә ялланып бил бөгөп йөрөйһөм юҡ, ҡыҙҙы әҙәм рәтле итеп кейәүгә бирергә кәрәк, малайым да бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын өсөн тырышам. Ҡатыным зарланмай ҡырҙа йөрөгәнгә. Киреһенсә, саҡ ҡына өйҙә оҙағыраҡ булһам, һаман юлға сыҡмайһыңмы ни ти ҙә тора. Балалар ҙа атай, һин ҡасан эшкә китәһең ул тип ҡырҡ һорай...Дә, бер уйлаһаң, мин уларға аҡса тоҡсайы ғына икән!
Ялтлап торған ҡара Джипын өйө тапҡырына бороуы булды, ҡаршыһына ҡатыны йүгереп сыҡты:
-Улыңды дауаханаға илтер кәрәк! Шаярышып йөрөп ишек уртаһындағы быялаға типкән. Уныһы ярылып китеп, балтырының итен ҡырҡҡан! Һеңере генә өҙөлмәһә ярар ине! – тип илай-илай хәлде аңлатты.
Йүгереп өйөнә инһә, улы ята ҡанһырап. Дауаханаға алып барҙылар, табиптар тырышып баҡты, әммә барыбер аяғы аҡһап ҡалды.
Өләсәһе менән оталатаһы шул малайға ҡорбан салынғанмы ул, ир балаға үҙ ғүмерендә ике ҡорбан салыу фарыз, тип тағы йәненә тейҙе. Ниндәй ҡорбан! Ниндәй һарыҡ! Медиктар анау сама көслө дарыуҙар, ҡеүәтле техника менән ярҙам итә алмағанды, һарыҡ аяғын төҙәтә, ти!
Тағы вахтаға китте. Өс ай буйы һыуыҡта эшләп, арыу ғына аҡса алып ҡайтты. Юлдан арып ҡайтып, тәнемде яҙып алайым әле тип, мунса тоҡандарып ебәрҙе. Уныһы дөрләп яныр урынға, китте төтәп. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мөрйәһе тығылып торасы! Ҡатыны теләһә нәмә яға шул: ҡағыҙ ҙа, пластмасса ла, сепрәк-сапраҡ та китеп ултыра. Анау саманы ҡый-һай яҡҡас, мөрйәң тығылмаҫ ереңдән тығылыр.
Мунса башына менеп мөрйәне таяҡ менән соҡорға кереште. Саҡ таҙалап бөтөп төшәм тигәндә шыуҙы ла китте, аяҡтары шарт итеп ҡалды. Иҫенә килгәндә, бер ере лә ауыртмай ине, әммә тора алманы...ике ағы ла һынған булып сыҡты. Тағы дауахана, тағы больничный, тағы олатай-өләсәйҙең ҡорбан сал, тип тылҡыуы...
Әйттем бит мин дин өсөн яралтылмаған, донъя булғас төрлө хәлдәр була инде, һынғас һынды инде аяҡтар, гипс һалдылар бит, төҙәлер. Тик бына үҙаллы йөрөп булмауы ҡыйын. Йә коляскала этеп йөрөтә ҡатын, йә ултыраһың кем һине килеп алыр, тип. Донъя менән бәйләнеш өҙөлдө, ярай әле интернет бар, шуны гиҙәм. Уныһы ла ялҡытты. Гел теләһә нәмә. Аптырап, дини сайттарҙы аҡтарам. Юҡ, аңламайым бер нәмә лә, бер сүрәне лә, бер аятты ла ятлағым да килмәй.
Бер көндө олатай-өләсәһе аятҡа саҡырҙы. Ҡатыны тейәп алып барҙы унда, аяҡтары тартманы тиер инең, аяҡтары йөрөмәй шул. Мулла саҡырғандар, әбей-менән бабай балаларының күҙ-баш һаулығына ҡорбан салдырғандар икән.
Мулланың тауышы көр генә сыға. Матур итеп Ҡөръән аяттарын уҡыны, ғәрәпсәһен берәү ҙә аңламай бит инде, йыр-бәйет тыңлаған кеүек мулланың моңло тауышына һоҡланды. Аҙаҡ диндар аяттарҙың тәфсирҙәренә туҡталды:
-Ҡорбан салыу – фарыз ғәмәл. Исламдың биш бағанаһының береһе. Йылына бер һарыҡты ҡорбан итеп салырлыҡ ҡына аҡса таба алаһығыҙ. Аллаһ Тәғәләгә һеҙҙең ҡорбанығыҙ ҙа, һарығығыҙ ҙа, уның ҡаны ла, йөнө лә кәрәкмәй. Һеҙҙең тәҡүәлек кенә кәрәк, уға буйһоноуығыҙ, ул ҡушҡандарҙы үтәүегеҙ, тыйғандарҙан тыйылыуығыҙ ғына кәрәк,--тип һөйләй имам. -Ҡорбан салмағандар ҙа шул ерҙә йәшәй, шул уҡ нәмәне ашай. Салғандар ҙа шулай уҡ һәүетемсә донъя көтә тиерһегеҙ. Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең уға тәҡүләлек ҡылыуығыҙҙы көтә, ул түҙемле, рәхимле. Һеҙ уға табан бер аҙым яһаһағыҙ, ул һеҙгә йүгереп килер. Шулай ҙа уға табынмағандарға, уны һанламағандарға ул язаһын бирә. Иң башта күренмәгән ниғмәттәргә тейә: ир менән ҡатын, бала менән ата-әсә араһындағы йылылыҡты ала, сәләмәтлегегеҙҙе ҡаҡшата, төрлө ауырыуҙар ебәрә. Унан һуң кеше аңламаһа, матдиға тотона: машина авария осрай, өйгә ут тоҡана, кеше финанс пирамидаларына инеп, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға...
Мулланың был һүҙҙәре мейемә ныҡ үтеп инде. Ысынлап та, эш, эш тип сабып йөрөп сәләмәтлек ҡаҡшаны. Улым ҡазаланып, ғәрип булып ҡуйҙы. Ҡатын менән беҙ күптән бер-беребеҙгә ят. Йәшләй Себерҙә йөрөп аралар һыуынып бөттө. Күпме аҡса алып ҡайтһам да етмәй, юҡ талаштыра, тиһәләр ҙә, барлыҡ та талаш-һуғыш сығырып ҡына тора...
Салам ҡорбан, нәҙерен дә салам, фарызын да. Был минең бурыс, һәр мосолмандың бурысы.
...Шамилдың башына мулланың һүҙҙәре саҡ барып етте. Йөрәге көплө шул ирҙең, тәккәберлеге көслө, иманы юҡ. Йөрәкте таҙартып алырға кәрәк, иманға ҡайтыр кәрәк, дөрөҫ юл берәү генә икән – дин, Ислам, доға, сүрә, аяттар тип һаташты төнө буйы Шамил...