

Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.
Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.
Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан — Аллаһ, эстән — намыҫ, тыштан — кешеләр...
Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.
Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»
💫 Матурлыҡ иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.
💫 Аллаһты үҙеңә яҡшы саҡта иҫкә ал — ул һиңә ауыр саҡта һине иҫенә төшөрөр.
💫 Кемгәлер насар була башлағанығыҙ икән, тимәк, ул кеше өсөн һеҙ күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ.
💫Кемгәлер күңелегеҙҙе бушатырҙан алда уның "һауыты" тишек түгелме икәненә ышанып алығыҙ.
💫 Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.