Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
9 Июнь , 12:25

Кескәйҙәр Сибай институтында булды

Сибай институтында “Мәғариф” милли проектының «Мираҫ» этнокультура белем биреү ассортиһы проекты сиктәрендә сара үтте. Унда мәктәпкәсә йәштәге учреждение тәрбиәләнеүселәре, студенттар һәм уҡыу йортоноң педагогика факультеты уҡытыусылары ҡатнашты.

Кескәйҙәр Сибай институтында булды
Кескәйҙәр Сибай институтында булды

«Мираҫ» этнокультура белем биреү ассортиһы проекты президент фондының мәҙәни инициативалары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – студенттарҙа һәм кескәй балаларҙа этномәҙәниәт компетентлығы формалаштырыу, берлектә мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә тарихҡа һәм халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Был юлғы сара яңы рәүештә үтте, йәғни унда мәктәпкәсә йәштәге учреждение тәрбиәләнеүселәре, студенттар һәм уҡыу йортоноң педагогика факультеты уҡытыусылары ҡатнашты. Сибай институты хеҙмәткәрҙәре бәләкәс ҡунаҡтарын үҙ майҙансығында ихлас ҡаршы алды.
Үҙенсәлекле сара өс форматта ойошторолдо: ижади өлөшөндә “Минең күп милләтле республикам” һүрәттәр конкурсы үтте. “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ!” поэтик онлайн – марафоны ла юғары кимәлдә уҙҙы. Өсөнсө өлөшө – башҡорт һәм рус халыҡ музыка инструменттарының музыкаль номерҙарын, халыҡ йырҙары, ҡурсаҡ театрын берләштерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева